Рәсәй Хөкүмәте Туризм буйынса федераль агентлыҡҡа эске һәм тышҡы туризм өлкәһендәге ижтимағи һәм эшҡыуарлыҡ проекттарына грант йәһәтенән ярҙам итеү өсөн өҫтәмә рәүештә 1,2 миллиард һум аҡса бүлгән. Туризм йәһәтенән ғәҙәти булмаған һәм инвестициялар йәлеп иткән, шул иҫәптән экологик туризм үҫешененә ярҙам иткән кемпинг, автокемпинг, модулле отель төҙөү буйынса проекттар финансланасаҡ. Бынан тыш, яңы һәм әлеге ваҡыттағы туристик маршруттар эшләү өсөн дә гранттар бүленәсәк. Өҫтәүенә һаулыҡ мөмкинлектәре сикләнгән кешеләр өсөн туристик күрһәтеүҙәрҙә, шулай уҡ пляждарҙа уңайлы мөхит барлыҡҡа килтреүҙе күҙаллаған проекттар ҙа хупланасаҡ.
Бюджеттан субсидия алыуға Рәсәй ойошмалары ғына түгел, шәхси эшҡыуарҙар ҙа өмөт итә ала. Грант алған кеше үҙ проектына һоралған проект аҡсаһынан 30 проценттан кәм булмаған сумманы һалырға тейеш. Ә гранттың максималь күләменең иһә өс миллион һумдан артмауы зарур. Ғаризаларҙы президент гранттары принцибы буйынса электрон рәүештә лә бирергә мөмкин. Әйткәндәй, әле ил Хөкүмәте тарафынан Туризм буйынса федераль агентлыҡ менән берлектә “Туризм һәм ҡунаҡсыллыҡ индустрияһы” милли проекты эшләнә. Киләһе йыл яҙ был яңы милли проект Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указдарына ярашлы барлыҡҡа киләсәк, тип күҙаллана.
https://bash.rbsmi.ru/articles/milli-proekttar/Granttar-kemd-rg-birel-462806/