Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
3 Июль 2020, 12:25

Иҫәпләүсе көнкүреш приборҙары йыл аҙағына тиклем тикшерелмәйәсәк

Коммуналь хеҙмәттәрҙе ҡулланыусылар бөтә иҫәпләүсе көнкүреш приборҙарынан сираттағы тикшереүһеҙ 2021 йылдың 1 ғинуарына тиклем файҙалана ала, шул иҫәптән ҡулланыу ваҡыты үткән приборҙарҙан да.

Техник көйләү һәм метрология буйынса федераль агентствонан (Росстандарт) хәбәр итеүҙәренсә, ресурстар менән тәьмин итеү ойошмалары һәм идара итеүсе компаниялар ундай приборҙарҙың күрһәтмәләрен коммуналь хеҙмәттәргә түләү өсөн ҡабул итергә тейеш. Штрафтар, пенялар түләттерелмәй (РФ Хөкүмәтенең 2020 йылдың 2 апрелендәге 424-се ҡарары).

Ҡабул ителгән саралар халыҡты коронавирус инфекцияһы йоҡтороу хәүефһеҙлеген кәметеүгә бәйле.

Росстандарт шулай уҡ граждандарҙың иғтибарын иҫәпләүсе көнкүреш приборҙарын тикшереүҙә мутлашыусыларҙың да ҡатнашлығы булыу ихтималлығына йүнәлтә. 2020 йылдың аҙағына тиклем иҫәпләүсе көнкүреш приборҙарын мотлаҡ тикшереү үткәреү тураһында төрлө компаниялар таратҡан мәғлүмәттәр дөрөҫлөккә тап килмәй.

Читайте нас: