-21 °С
Болотло
Был йыйнаҡ транспорт сараһы ололарға ла, үҫмерҙәргә лә арзан, экономиялы һәм йөрөтөргә уңайлы булыуы менән оҡшай.
Әммә шуға ҡарамаҫтан, скутер һәм мопед менән бәйле имгәнеү осраҡтары бик юғары. Айырыуса бер-береһе алдында үҙен күрһәтергә тырышып, төрлө хәрәкәттәр яһап йөрөүсе үҫмерҙәр күп зыян күрә.
Скутерҙа йөрөргә яратыусылар шуны белергә тейеш: машина менән бәрелешкәндә һеҙ мотлаҡ йығыласаҡһығыҙ һәм йәрәхәттәр аласаҡһығыҙ, ә автомобилистар өсөн был ваҡиға тик ҡурҡыу менән генә тамамланыуы мөмкин. Иң мөһиме, скутер – ул уйынсыҡ түгел, ә ысын транспорт сараһы булыуын онотмағыҙ.
Светлана КРЕХОВА,
Рәсәй Эске эштәр министрлығы Әлшәй районы буйынса бүлегенең ЮХХДИ бүлексәһе инспекторы
Фото:kvadropark.ru