Әлшәй хәбәрҙәре
+10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
26 Май 2020, 11:10

Йәш белгестәргә – биш йөҙ мең һум

Йәш белгескә агросәнәғәт комплексында кәмендә биш йыл мотлаҡ эшләргә кәрәк буласак.

Йәш белгестәрҙе республиканың агросәнәғәт комплексына йәлеп итеү өсөн урта һөнәри белем биреү учреждениелары сығарылыш студенттарына бер тапҡыр бирелә торған дәүләт ярҙамы күләме 300 мең һумдан 500 мең һумға тиклем артты.

Дәүләт ярҙамы уҡыу йортоноң көндөҙгө бүлеген 2016 йылдан һуң тамамлаған һәм диплом алған йылды агросәнәғәт комплексы ойошмаһына эшкә урынлашҡан сығарылыш студенттарына бирелә. Йәш белгескә агросәнәғәт комплексында кәмендә биш йыл мотлаҡ эшләргә кәрәк буласак. Ауыл хужалығы предприятиеһы үҙ сиратында белгесте дәүләт программаһы индикаторынан да кәм булмаған хеҙмәт хаҡы менән тәьмин итергә тейеш, 2020 йылда ул 26 мең 300 һум тәшкил итә.

2009 йылдан башлап дәүләт ярҙамын 1220 йәш белгес алды, шуның 854-е – юғары, 366-һы – урта белемле. Әгәр ҙә 2009 йылда тармаҡҡа йыл һайын 2,7 мең кеше кәрәк булһа, бөгөн мең ярым кеше талап ителә.

Читайте нас: