Әлшәй хәбәрҙәре
+8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Май 2020, 13:05

Ыумаслы балтырған ашы

Яҙын өс тапҡыр балтырған ашын ашаһаң, шифаһы бер йылға етә, тиҙәр беҙҙең яҡта.

1-2 услам балтырған бәбәгенә (сығып ҡына килгән япраҡтары) 3-4 картуф, 4 йомортҡа, 1 стакан самаһы он, 1 баш һуған, тәменсә тоҙ, ҡаймаҡ, йәшел һуған, әнис кәрәк.

Кәстрүлгә һыу ҡойоп, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Ул арала картуф әрсеп турайбыҙ ҙа ҡайнап сыҡҡан һыуға һалабыҙ. Балтырғанды йыуып һарҡытабыҙ ҙа турайбыҙ. Танһыҡ ҡына хуш еҫе, танауҙы ҡытыҡлап, бар өйгә тарал-а-а... Үләндең өҫтөнә 3 йомортҡа һытабыҙ һәм яҡшылап бутайбыҙ (ҡул менән ыуалаһаң да була). Картуф бешер алдынан ғына балтырғанды төшөрәбеҙ, һәйбәтләп болғатабыҙ. Йәһәт кенә он иләп, 1 йомортҡа һытабыҙ ҙа ыумас ыуабыҙ. Уны ашҡа аҙ-аҙлап ҡына һалабыҙ, туҡтауһыҙ болғатып торабыҙ. Сосораҡ булығыҙ, бер юлы күп итеп төшөрөп, болғатмай торһағыҙ, уҡмашып ҡуйыуы ла бар!.. Бер баш һуғанды әрсеп, ваҡ ҡына итеп турайбыҙ. Эре ҡулса итеп ҡырҡһаң да зыян юҡ, әммә ваҡ ҡына итеп тураһаң, ул ашта беленмәй, был бигерәк тә бәләкәс балалары булған ғаиләлә иҫәпкә алына. Ай, шунда бер арала тоҙ ҙа өҫтәргә кәрәк ине бит! Уныһын инде һәр кем үҙенсә эшләй – кемдер баштан уҡ һала, кемдер иң аҙаҡтан өҫтәй. Утты һүндергәс, аш ҡапҡасы ябылған килеш бер аҙ ғына ултырып торһон.

Хәҙер инде тәрилкәләргә ҡойоп, өҫтөнә һуған ҡыяғы турап, әнис һибеп, берәр ҡалаҡ ҡаймаҡ һалырға ҡалды. Телеңде йоторлоҡ! Был үҫемлектең русса атамаһы «Борщевик» тип аталғанын белгәс, моғайын, уны элек сөгөлдөр ашына һалып бешер­гәндәрҙер, тигән һығымтаға килдек. Интернеттан «соҡоноп», ҡайһы бер Европа илдәрендә уны «айыу табаны» тип йөрөткәндәрен дә белдек.
Фото: yandex.by
Читайте нас: