Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
8 Май 2020, 19:05

Ҡарт олатайым менән ғорурланам

Тәүәтәй ауылынан Муллағолов Миңлегәрәй Муллағәли улы ла Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан.

Өләсәйемдең һандығы
Серҙәргә бик бай.
Иң ҡәҙерле әйберҙәрен
Ул шунда һаҡлай.
Еңеү көнө етә тиеп,
Һандыҡты астыҡ.
Олатайҙың миҙалдарын
Күреп шаҡ ҡаттыҡ.
Яугир олатайым беҙгә
Ирек яулаған.
Уның батырлығын раҫлап,
Миҙалдар ҡалған.
Минең ҡарт олатайым, Венер олатайымдың атаһы, Муллағолов Миңлегәрәй Муллағәли улы Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан. Ҡыҙыу нөктәләрҙә алышып, Сталинградта яраланған һәм Сәмәрҡәнд ҡалаһында алты ай дауаланып сыҡҡан.
Һуғышта һәм тылда күрһәткән батырлыҡтары өсөн бик күп орден - миҙалдар менән бүләкләнгән ул. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы,ҡарт олатайымды беҙгә күрергә насип булманы. Уның миҙалдарына ҡарап, беҙ бик ғорурланабыҙ һәм уға сикһеҙ рәхмәтлебеҙ!

Элина Миһранова.
2-се синыф уҡыусыhы.
Читайте нас: