Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Общие статьи
20 Март 2020, 19:10

ЕҢЕҮҘӘН ҺУҢ (Миләүшә Ҡаһарманова)

ВалаамУтрауға пароходта килеп төштөләр.

Унан тағы ла йөк машиналарына тейәлеп яр буйлап арыуыҡ ара барҙылар ҙа, ылауҙары текә ярға үрмәләп менеп, ярым емерек таш ҡоймалар менән уратылған ҡоролмалар эргәһенә килеп етеүгә ҡапҡаларҙы асып ҡаршы алдылар. Ҡораллы һаҡ, оҙатҡандағы кеүек һалдаттар отряды, ах халатлы санитарҙар төркөм-төркөм булып һәр машинаны ҡабул итте. Күтәреп, йөкмәп, носилкаға һалып, ҡултыҡлап ғәриптәрҙе эскә ташыу башланды.

Рамаҙан кеүек “танкист”ар бер-береһен төшөрөштө, ярҙамдан баш тарттылар. Кемдең арбаһы ҡуша килгән шулар арбаларына менеп ҡунаҡланы, кемдәрҙеке киткәндәге ыҙғыш йә башҡа сәбәптәр арҡаһында юғалып ҡалған, улары ярым кәүҙәләрен ҡулдарында һикерәнләтеп алып китте. Һалҡын ҡараңғы коридорҙар буйлап йөрөтә торғас, бер-бер артлы бүлмә ишектәре асылып яҡты төштө һәм килеүселәр бүленешеп тороп ҡала башланы. Рамаҙан менән Василий таныштары менән бер бүлмәгә урынлашырға тырышты. Бүлмә тигәндәре лә егермеләп карауат теҙелгән тәпәш түбәле, бәләкәй тәҙрәле ҡотһоҙ казарма ине. Урыҫтың христиан тарихнамәһе буйынса, борон-борон заманда, христиан динен таратып йөрөүсе апостол Андрей Первозданный Евангелиеһын һөйләй-һөйләй Төньяҡҡа табан юл ала. Днепр һәм Волхов йылғаларын үткәс, Христос шәкерте Нево күле буйына барып сығып, Валаам тауҙары үренә таш тәре яһап ҡаҙап китә. Был хәлдән һуң туғыҙ йөҙ йылдар үткәс, Көнсығыш илдәрҙән килгән Сергий һәм Герман исемле изгеләр ошо ерҙә монахтар ойошмаһы төҙөй. Монахтар әлеге монастырҙы күтәрә лә, күрәһең. Һәр хәлдә, христиан тарихында был ҡоролмалар X –XI быуатта уҡ монастырь булараҡ телгә алына. Ә инде уның ысынбарлыҡ тарихы XIV быуаттан башлана. “Валаам монастыре хаҡында һүҙ” тигән яҙмаларҙа уның нигеҙе 1407 йылда ҡорола, тиелә. Ул заманда был архипелагта алты йөҙҙән ашыу монах йәшәй һәм утрауҙы уңышлы ерҙәрҙең береһе итеп тота. Әммә күрше шведтарҙың туҡтауһыҙ һөжүм итеүенән һәм яу менән килеүенән яйлап был утрау ярлыланып, монастырҙар бушап ҡала. Артабанғы быуаттарҙа ағастан төҙөлгән ҡоролмалар янып көлгә лә оса, ниндәйҙер батшалар тарафынан ҡабаттан тергеҙелә, храмдары күтәрелеп ултыртыла. Бер быуын Санкт-Петербург митрополиттары ҡулында ла була, ҡайһылыр йылдарҙа Финляндия епархияһына ла инә. 1940 йылда был ташландыҡ биналарҙа финдарҙың боцмандар һәм юнгалар мәктәбе асылып эшләп ала. 1944 йылдан финдар утрауҙы ташлап киткәс, монастырь залдарында ниндәйҙер завод хужалыҡтары ла, хәрби ҡоралдар склады ла урынлашып тора. Һәм, уҡыусыларыма мәғлүм булыуынса, 1949 йылда уның тәүге йәшәүселәре булып үрҙә телгә алынған геройҙарыбыҙ килә.

Төндә өшөп уянды Рамаҙан. Шинель туҡымаһынан тегелгән бер ҡат одеял ғына арыҡ йылы тотмай ине. Аҫтағы һалам матрац та йоҡарып, урыны-урыны менән ҡаҡланып ҡалған. Еҫе лә ай-һай үҙенең, кемдәрҙең генә нәжес-ярауы һеңмәгәндер, күрәһең...

Бәләкәс тәҙрәләрҙән һарҡып төшөп, оло бүлмәгә юлаҡ-юлаҡ яҡтылыҡ йүгерткән ай нуры аҫтында ике тиҫтәләгән ир-егет хырылдап йоҡлай, ара-тирә һаташып һүгенгән, ыңғырашҡан, төшөндә һөйләшеп ятҡандары ла бар. Шунда ла һәр береһе тоҡос кәүҙәләрен бала биләгән кеүек итеп ҡытыршы одеялға ураған. Гөбөргәйелдәй булып баштарын эскә тыҡҡандар.

Күмәк хырлау хорын тыңлап эсе бошоп ята Рамаҙандың. Эсе боша тип кенә әйтеү аҙҙыр. Үлтереп түше яна уның, ялҡыны үңәсе буйлап өҫкә күтәрелә лә, уфтанғанда тамаҡ төбөнән аһына ҡушылып сыға кеүек. Был тороштан ҡотолоп та, онотолоп та булмағандай. Илағыһы килә. Тик элеккеләй һулҡылдап, түгелеп илай ҙа алмай хәҙер. Йәштәре лә сыҡмай хатта. Әммә ҡалайтыптыр эстәге яныуҙан ҡотолғо, бер аҙ булһа ла баҫып торор сара тапҡы килә. Асырғаныуҙан битен устары менән ҡаплап, һулҡылдап ята торғас, теленә бер йырҙың һүҙҙәре килде:

Йөрәккәйем баҫылғандай,

Күңелдәрем асылғандай,

Бер ултырып йырлаһам...

Мәжлес йыры был. Әсә-атаһының, ул үҫкәндәге ололарҙың табын йыры. Урындыҡта теҙелеп ултырған ҡунаҡтар, һитә балынан хисләнеп, ҡурай моңонан илһамланып йыр башлап ебәрәләр ине. Атаһы ла моңло ине бит, уны ҡат-ҡат һорап йырлаталар ине. Рамаҙандың үҙенең дә тауышы һәпте юҡ. Бала сағында апайҙары тәм-томға алдаштырып йырлатты, унан үҫә бара оялып ризалашмаҫ булды. Яңғыҙ-ярпы урман-тау араһында ҡысҡырып йыр һуҙып ебәрә торғайны, атаһынан ишеткәндәрҙе уныңса урын-еренә еткереп башҡара алыуын да самаланы, тик кеше араһында ауыҙын асманы. Мәктәптә уҡығанында ла моңон самалаған уҡытыусылар, аҙаҡ йәштәр күпме генә өгөтләмәһен, йырламаны Рамаҙан. Уның өсөн йыр ул артыҡ күңелеңде асып һалыу, яттарҙы эсеңә индереү кеүек тойолдо. Йырҙағы һүҙҙәр уның әйткәндәре, хистәр уның тойғолары кеүек булып күренәлер кеүек булды. Һәм бөтөн был күренеш уны йомшаҡ, яҡлауһыҙ итә һымаҡ ине.

Әле уның йырлағыһы килде. Бөгөн йырҙарҙағы бөтөн әйтелгән-һөйләнгәндәр ҙә уның хәлен еңеләйтә алырҙай, торошон сағылдырғандай һымаҡ.

Егет башта эстән генә йырланы. Унан шыбырлап ятты. Ахырҙа быға ғына ҡәнәғәт була алмай, япмаһын һыпыра ташлап асып атты ла, һикереп төшөп, сығып китте. Шыңғырлап торған яҙғы таң һауаһы һалҡынын да, ҡулына уралған былтырғы ҡыу үлән үрмәүестәрен дә тойманы, күгәреп күренеп ятҡан һыуға ҡараған текә яр битенә тиклем ашығып һикерәнләп барҙы. Унан диңгеҙҙәй булып йәйелгән зәңгәр бушлыҡҡа төбәлеп тора торғас, аҡрын ғына йырлап ебәрҙе:

Иртән дә томан, кистә лә томан,

Был томанҡайҙарға ни булған?

Тауға ла менеп, ташҡа баҫып,

Һин ҡapapһың, йәнем, мин булмам.

Иҫенә төшкән, хәтерләгән йырҙарының барыһын да һуҙҙы, дауам итә алмаһа икенсеһенә күсеп китте, ҡайһы урындарын һүҙҙәрен белмәгәнлектән мөңрәп үткәрҙе, әммә туҡталманы, йырланы ла йырланы.

Уйылып ҡына аҡҡан Уйыл һыуы

Уйландыра уйсан да ирҙәрҙе.

Уйландырып ҡалмай, моңландыра,

Һағындыра тыуған да ерҙәрҙе...

Яҡтырғансы, медчасть урынлашҡан яҡтан санитарҙар сығып йөрөй башлағансы ултырҙы яр башында Рамаҙан. Артыҡ көсәнмәй генә сығарған моңо аҫҡа – күл өҫтөнә йәйелеп тарала торҙо. Ә утрауҙы тотошлайы менән уратып, күҙ ҡарауы араларҙа ла сиге күренмәй тулҡынып ятҡан күл, бәлки, бындай моңдо ла тәүге тапҡыр ишеткәндер әле? Бәлки, тап уның кеүек булып ултырғандар аҙ булмағандыр ҙа был ярҙа – кем белә? Һәр хәлдә һыуға күңелен бушатты Рамаҙан, әллә ниндәй еңеллек, рәхәтлек тойоп ҡалғандай булды.

Төн үткәргән биналарында тағы шау-шыу ҡупҡан. Санитарҙар бүлмәләр буйлап халыҡты уятып үтә, йыуыныу һәм ашау урындарына ҡайҙа барырға икәнде аңлата. Коридорҙа йыуынырға барырға теләмәгәндәр санитарҙар менән әрепләшә. Шулай ҙа битен йыуғаны-йыумағаны ла йорттоң аш еҫе килгән яғына ҡарай ҡыбырлай. Бейек түбәле оло залға буйҙан-буйға ултыртылған өҫтәлдәрҙең ике яғынан эскәмйәләр теҙелгән дә, аш-һыу йүнәткән яҡҡа был өҫтәлдәрҙең береһе арҡыры ҡуйылған ине. Шуның артында дәү бактары аша саҡ күренеп өс-дүрт ашнаҡсы тора. Залға баштарын тығып, ни барын аңғарған ир-ат ашығып килеп сиратҡа баҫа, этешә-төртөшә, ҡыҙыуыраҡтары айҡаша ла башланы. Ашнаҡсыларҙың тәртип талап итеү ҡысҡырыуы ла, өгөтләп маташыуы ла файҙаһыҙ. Ҡалай булғанда ла тимер сеүәтәләргә өйөлгән бутҡа менән икмәктәрен алып китә, ҡайҙалыр ҡунаҡлап ашай торҙолар. Ниһайәт, сират таралып бөтөп, һауала тимер ҡалаҡтар тыҡылдауы ғына аҫылынып ҡалғас, ашханаға хәрби кейемдәге һәм ах халаттағы бер төркөм инеп баҫты.

-- Хәйерле иртә, иптәш фронтовиктар! – тип һүҙ башланы уларҙың урта йәштәрҙәгеһе. Уға унан-бынан “Хәйерле”, “Здравия желаем”, “Здорово, гражданин начальник” тигән яуаптар килеп етте.

-- Нисек төн уҙғарҙығыҙ? Барығыҙға ла урындар еттеме? Өшөмәнегеҙме?– тип хәстәрле тонда төпсөндө һаман хәрби. Тик был һорауҙарына яуап биреүсе табылманы. Ғәриптәр уға һынаулы ҡарап төбәлеп ҡалғандар ине.

-- Ярай, улайһа... Мин Игнатьев Федор Васильевич булам, Советтар Союзы капитаны һәм ошо пансионаттың директоры. Ә был, - тип эргәһендәге сал сәсле оло иргә табан боролдо, - Самоцветкин Тарас Саламонович, пансионаттың баш табибы һәм минең урынбаҫарым. Уның йәнәшәһендәге баш медсестра Нина Харитоновна, быныһы...

Баҫып торғандарҙың күптәре ҡатын-ҡыҙҙар ине. Кеме ашхана хужаһы, кеме хужалыҡ етәксеһе, ҡайһыһылар нимәләрҙелер ойоштороусы булып сыҡты. Тик тыңлап ултырыусыларға былар һис кенә лә мөһим дә, кәрәкле лә түгел. Шулай ҙа тамағы туя барған халыҡ тыныс ҡына тыңланы ла, директор һүҙен “һорауҙар бармы” тип тамамлағас, геүләшеп алды. Тик уларҙың был баҙарын тағы ла хәрбинең бойороҡло өндәүе баҫты:

-- Отставить! Ҡул күтәреп, сиратлап һорайбыҙ!

Әллә нисә кеше бер юлы ҡулын һуҙҙы. Игнатьев уларға баш ҡаҡты. Күптәрен бер үк һорау борсой ине:

-- Ни өсөн беҙ бында?

-- Беҙҙе нимә көтә?

-- Нимәгә мине бында көсләп алып килделәр?

-- Аңлашылды, - тип башланы яуабын хәрби. Унан яурындарын турайта биреп, тауышын көрәйтә төштө. – Совет иле ғәрип фронтовиктарын ҡарау өсөн ил буйынса ошондай бер-нисә пансионат асты. Бында һеҙҙе ашатасаҡтар һәм ҡараясаҡтар...

-- Беҙ үҙебеҙҙе ашата инек!

-- Мин эшләп йөрөнөм!

-- Кем һораған һеҙҙән был пансионатты?!

-- Иптәштәр! – капитан бындай ҡаршылыҡ булыуын яҡшы белгән һәм бер ҡарыш та сигенергә теләмәй, киреһенсә һөжүмгә күсә, -- Совет фронтовиктары эсеп-туҙып йәки йорт-ерһеҙ урамда йәшәргә тейеш түгел! Һеҙ тыуған ил өсөн ҡан ҡойған ир-егеттәр! Һеҙҙе илебеҙ ташламай! Шулай булырға тейеш! Ил үҙенең батырҙарын онотмай.

Был хәбәрҙән тыңлаусылар бер аҙ уйға ҡалды. Унан тағы һорауҙар яуҙы:

-- Ә нишләп көсләп алып киттеләр?

-- Мин былай ҙа насар йәшәмәй инем!

-- Бында бит туңып үлергә була!

-- Иптәш фронтовиктар! – аҡ халатлы оло ир ҡулдарын күтәрә төшөп алғараҡ атланы, халыҡ тағы тынып ҡалды. – Мин хәрби хирург, һуғыштың башынан аҙағына тиклем госпиталдән сыҡмаған табип. Һеҙҙең кеүек яралылар минең ҡулдан күп үтте. Бәлки, кемегеҙгәлер операция ла яһағанмындыр әле. Һеҙҙең хәлде мин яҡшы аңлайым.

Фронтовиктар табипҡа ниндәйҙер эске хөрмәт менән ҡарайҙар һәм уны бүлдерергә ҡыймайҙар ине.

-- Һеҙҙең бөгөн күптәрегеҙ ҡарауһыҙ. Медицина ярҙамы тураһында әйтеп тораһы ла түгел. Күптәрегеҙҙә гангрена! Күптәрегеҙгә ҡабаттан операция кәрәк! Бындай хәлдә һеҙ оҙаҡ йөрөй аласаҡһығыҙмы?

Баштар эйелде, ҡараштар түбән төштө, устар йоҙороҡҡа төйнәлде.

-- Ярай, бында ашарға килеүселәр хәрәкәт итә ала. Ә әлеге ваҡыт палаталарҙа ҡалғандар: һуҡырҙар, аяҡ-ҡулһыҙҙар һәм башҡалар, улар кемдән ярҙам көтә ала? Был пансионат ғәрип фронтовиктарға ярҙам йөҙөнән асылды! Беҙ һеҙгә дошман түгел! Әммә тәртиптәр ҡаты буласаҡ!Эсеү, һуғышыу тыйыла! Санитарҙар ҡушҡанды һис ҡарышыуһыҙ үтәргә!

-- Ә бынан китергә... буламы?

-- Юҡ! – ошо тәңгәлдән хәбәрҙе капитан ялғаны. – Пансионат утрауҙа урынлашҡан, дүрт тарафта ла оло күл һыуы. Ҡайҙалыр йөҙөп китеү мөмкин түгел. Һәм онотмағыҙ, табип ҡулы аҫтында хәрби һаҡ бар. Тәртипкә буйһонмаусыларға яза ла буласаҡ. Хәҙер ашағандан һуң палаталар буйлап комиссия үтә, исемлектәр төҙөлә...

Начальник нимә генә тип ҡурҡытһа ла, тәүге көндәр генә түгел, әле аҙна тигәндә лә ҡуйылған талаптарҙы үтәргә теләмәй, буйһонмай ҡаршылашыусылар, ҡолас ташлап һуғышыусылар, ҡасырға теләп сығып олағыусылар булып торҙо. Уларҙы йә өҫтөрәп индереп урынына һелтәнеләр, йә бәйләп һалдылар, бик булмаһа подвалдағы ҡараңғы бүлмәгә бикләп тотоп алдылар. Хеҙмәтләндереү командаһына ҡаршы ғына түгел, үҙ ара ла эләгеште фронтовиктар. Берәүгә берәүҙең ҡарашы оҡшаманы, берәү икенсеһенең һүҙен күтәрмәне, йәнәш йәшәргә, ултырып ашарға теләмәне. Ашханала өҫтәл-эскәмйәләрҙе ауҙарып, төркөмдәргә бүленешеп, бысаҡҡа бысаҡ килеп тә бәрелештеләр. Унан, язаһын алып, көндәр буйына бәйле килеш ас яттылар. Подвалда бикле ултырҙылар. Был “тәрбиә” төрҙәре уларҙы йыуашайта, баҫалҡыраҡ, һағыраҡ итә төштө. Шулай аҙмы-күпме тәртип урынлаша төштө пансионатта.

9 май
Утрауҙы ер менән бәйләгән берҙән бер пароход айына бер килеп әйләнә. Аҙыҡ-түлек, почта, медикаменттар алып килә. Медпесронал һәм башҡа хеҙмәтләндереүселәр, һаҡсылар алмашына. Утрауҙа ҡайҙалыр урман эсендә бер-ике утар бар тиҙәр, шуның йәшәүселәрҙең дә тышҡы донъя менән берҙән-бер бәйләнеше, күрәһең, ошо пароход.
Ай самаһы йәшәп ташлағандар, күрәһең, бер көн күл өҫтөндә пароход пәйҙә булды ла, утрау менән тәңгәлләшкәс, һуҙып-һуҙып гудок бирҙе. Тап был мәл пансионатта йыйыштырыу, елләтеү һәм ятҡан ғәриптәрҙе тышта йөрөтөп алыу саралары үткәрелеп ята ине. Санитарҙар йөрөй алғандарҙы ҡыуып тигәндәй сығарып, казарма тәҙрәләрен шарран асып, түшәк-юрғандарын карауат баштарына элеп ташлағайны. “Самауырҙарҙы” алып йөрөтөү өсөн аранан бер оҫта яр буйҙарын ҡыҙырып үҫкән нәҙек ҡамыштарҙан кәрзин “оялар” үрә башланы ла, әле ул мәхлүктәрҙе шул кәрзин һаптарынан ағасҡа йә ҡоймаға элеп китәләр ине. Торалар тегеләр бәүелешеп. Яҙғы ҡояшҡа биттәрен ҡуйып, йәшәүҙәренең ошо халәтенән дә рәхәтлек таба белеүҙәреме, әллә барынан ваз кисеп, күрмәҫкә теләп күҙҙәрен йомоуҙарымы?..
Пароход гудогынан барыһының башы бер юлы күл яғына боролдо. Кәрзиндәрҙәгеләр ҙә ҡыбырлашты. Ашхана бинаһынан ашнаҡсылар, казармаларҙан санитарҙар йүгерешеп сыҡты.
-- О-о! Пароход!
-- Ниһайәт, пароход!
-- Аҙыҡ килә, аҙыҡ!
-- Утрауҙа бикләп астан интектерәләр, сволочтар! Был хаҡта иптәш Сталинға яҙырға кәрәк! – папирос төтәтеп ултырған бр төркөм араһынан сыҡҡан әр ҙә ҡушылды был ауаздарға.
-- Бөгөн туя ашап ятабыҙ икән.
-- Фронтовиктарҙы лагерҙа тоталар! Мин Мәскәү вокзалында туғыраҡ йәшәй инем, ы-ых, автомат ҡына юҡ...
Серый ҡушаматлы Сергей тигән әҙәм тәмләп-тәмләп төтөн һура ла, һәр саҡ эргәһендә өйкөлөшкән әшнәләренә тағы ла оҙаҡ итеп нимәләрҙер һөйләп ултырҙы. Һаман шул һуғышҡа тиклемге “батырлыҡтары” тураһындалыр инде, тип уйланы уларҙы ситтән күҙәткән Рамаҙан. Аңлауҙарынса, Серый һуғышҡа тиклем атаҡлы бур булған, маҡтаныуы дөрөҫ булһа, Мәскәү милицияһы уны йылдар буйына эләктерә алмай йонсоған. Ул иһә эҙләүселәрҙең танау төбөнән үтеп китеп, ун минутта тотош фатирҙарҙы “таҙалап” сығып юғала алған. Әле бала сағынан уҡ төрмәләрҙең һәр төрлөһөн үтеп бөткән дә, һуғышҡа штрафбат сафтарында барып ингән. Унда ла үҙе теләп, ҡат-ҡат һорап яҙып киткән. Бындағы ғауғаларҙа ла ул эре генә: “ Беҙ – штрафбаттар, һеҙгә миналы юлдарҙы таҙалап бирҙек! Беҙ алғы рәттә ҡырылдыҡ!” тип күкрәк кирә. Уның хаҡлы икәнлеген дә белә Рамаҙан. Бындағыларҙың барыһы ла белә инде, берәү ҙә “юҡ, улай булманы” тип әйтә алмай. Сөнки, штрафбаттарҙың ниндәй маҡсат менән яуға ҡыуылғаны хәҙер инде береһенә лә сер түгел. Шулай ҙа уның һаман төрмәләге тәртиптәр урынлаштырып маташыуын өнәп етмәй егет. Казармаһында ла хан булып алған, үҙенә оҡшамағандарҙы тәүге аҙнала уҡ ҡыуып сығарып, йомошон үтәп ярағандарҙы ғына ҡалдырҙы. Ашханала ла түр башынан урын алды. Хатта санитарҙар ҙа унан һағая биргәндәй. Бары тик баш табип Тарас Саламонович, бындағы ҡушаматы буйынса “доктор Саламон” менән пансионат начальнигы Федор Васильевичтың ғына артыҡ иҫтәре китмәй. Улар уны ла бары тик һыңар ботло ғәрип фронтовик, яҙмышына үпкәле бәхетһеҙ әҙәм балаһы итеп ҡабул итә.
Оҡшатмай ғына түгел Серыйҙы, уның шайкаһы менән эләгешеп тә өлгөрҙө инде Рамаҙан. Ашханала ашнаҡсы ҡатындан өҫтәлмә икмәк таптырып, икмәк ала алмағас, ҡатынға ҡултыҡ таяғы менән киҙәнгәнендә, уның артынан килеп торған егет таяғын эләктереп алғайны. Серый һау аяғына терәлә биреп, икенсе таяғын да һелтәне лә, аҫтағы уныһын да тотоп тартҡас, бер аяҡта ғына тигеҙле һаҡлау алмай, шатыр-шотор ҡолап киткәйне. Был хәлдән ашап ултырыусылар ҙа, сиратта тороусылар ҙа шымып ҡалды. Һағайышып нимә булырын көттөләр.
Рамаҙан таяҡтарҙы тырмашып тороп маташыусыға ырғытты:
-- Һин нимә ашнаҡсыға бәйләнәһең? Ҡайҙан алһын ул һиңә булмаған икмәкте?
-- Ах, һин, сссу...! Кемгә ҡул күтәрәһең әле?! – тип йәһәтләп ҡалҡынып, егеткә килә лә башланы тегеһе. Рамаҙан да ҡулдарын алға һуҙып һөжүм ҡабул итергә әҙерләнде.
-- Бөтәһенә лә норма менән бирелгән икмәк нишләп һиңә өҫтәлмә булырға тейеш?
-- Һин, фраер, минең кем икәнде белеп етмәйһең, ахыры...
-- Етәрегеҙ! Етәр һиңә, Сергей! Ҡайҙа һаҡсылар?! – тип сарылданы ашнаҡсы ҡатын, тик уның тауышын башҡа шау-шыу күмде. Рамаҙандың йәнәшенә халыҡты йыра-йыра килеп Вася торҙо, тағы ла өс-дүрт казармалашы артына баҫты. Серыйҙың да шайкаһы йыйыла һалды. Тик бәрелеш башланып өлгөрмәне, һаҡсылар пәйҙә булып, айырып ебәрҙеләр.
-- Осрашырбыҙ әле, герой, - тип бармаҡ янап китте Серый.
Бүлмәләренә ҡайтҡас Вася уны ҡыҙҙырып та маташты:
-- Эт менән эт булаһың, былай барһа көн дә һуғышырға тура киләсәк. Һиңә шундай тормош кәрәкме ни, Ромка?
-- Түгел, әммә мин ҡарап тороп берәүҙе лә ҡыйырһыттыра алмайым. Күрмәнеңме ни ҡатындың ҡалай ҡурҡҡанын?
-- Серый юрамал ойоштора ошондайҙы. Үҙенең хакимлығын күрһәтеү өсөн.
-- Ниндәй хакимлыҡ? Мин әллә шул шайканан ҡурҡып торор тиһеңме? Әллә һин ҡурҡаһыңмы, Вася?
-- Юҡ, ҡурҡмайым. Мин инде хәҙер бер нәмәнән дә ҡурҡмайым, Ромка. Бөгөн кәрәкһә, бөгөн үлә алам. Бары йәшәрен йәшәгәс, аҡылһыҙ булырға ла ярамай.
Уның был һүҙҙәренән ҡабаттан ҡыҙып барған Рамаҙан да яҙылды. Уны яҡлашырға тип йәнәшәһенә килеп баҫҡан дуҫын тағы ла нимәләрҙер тип ғәйепләү тороу урынһыҙ ҙа ине.
Пароход үтеп китеп күп тә торманы, пансионат урынлашҡан ҡалҡыулыҡҡа йөк машиналары үрмәләп менде. Талғын ғына сайҡалып килеүҙәренән уларҙың ауыр тейәлгәне күренеп тора. Өс машина бер-бер артлы ҡапҡа эсенә үтеп, ашхана тәңгәлендә туҡтаны. Кабиналарҙан һалдат формаһындағы водителдәр ҙә, берәр ҡораллы һаҡ сыҡты. Уларҙы бындағы хеҙмәтләндереү командаһы ҡаршы алып, аҙыҡ-түлек һәм башҡа кәрәк-яраҡ эскә ташылды. Был күренеште тамшанып күҙәткән ғәриптәрҙең дә кәйефе күтәрелде. Улар үҙ-ара шаярышып һөйләште, көр тауыш менән хахылдап көлөштө. Халыҡ бер ниндәй командаһыҙ ҙа эскә эркелде. Хәлдәренән килгәндәр санитарҙарға ярҙамлашып йөрөй алмағандарҙы эскә ташышты. Рамаҙан менән Вася ла үҙ казармаһындағыларҙы ике яҡлап кәрзиндәренең ҡолаҡтарынан ике тотоп алып китте. “Танкистар” бер үҙҙәре һикереп, бер “самауырҙы” һикертеп йөрөп иптәштәрен урынлаштырышты шулай.
Киске ашты саҡ көтөп алды егеттәр. Һуңғы көндәрҙә аҙыҡ ныҡ наҡыҫайып, өйрәгә лә берәр телем икмәккә генә ҡалғайнылар. Асҡаҡһып, һурылып киттеләр. Шунлыҡтан алдарындағы ҡуйы бутҡаны ла, ҡалындан өсәр телем ҡара икмәкте лә ләззәтләнеп ашанылар. Унан шәкәрле ҡаты сәй күпме теләйһең шулай бирелде. Папирос та таратылғайны, күптәр сығып төтәтеп инде лә, ҡабаттан сәй шөрпөлдәтте. Был теремеклектең тағы ла бер сәбәбе бар: иртәгә 9 май! Еңеү байрамы хөрмәтенә мәжлес яһаласаҡ, хатта артист та килгән, тигән хәбәр йүкә телефон аша барыһының да ҡолағына һуғылып үткәйне инде. Ашхана ябылғас та әле йоҡларға ашыҡмай тышҡа эркелде халыҡ. Яҙғы йылы кистең йомшаҡ һауаһын еҫкәп, әллә ниндәй хәтирәләренә бирелеп, үҙ-ара гәпләшеп ултыра бирҙеләр.

Миләүшә Ҡаһарманова.

Дауамы бар.

Читайте нас: