Акция йорт хайуандарын идентификациялау процедураһын популярлаштырыуға йүнәлдерелгән. Был бик мөһим, сөнки ул йорт хайуандарына ҡарата кешелекле мөнәсәбәттә булыуҙы контролдә тоторға һәм республикабыҙҙың эпизоотик именлеген тәьмин итеүгә булышлыҡ итә.
- Ветеринария станцияһына мөрәжәғәт иткәндә, беҙҙең белгестәр хайуанға чип ҡуя, уның һәм хужаһы тураһындағы мәғлүмәттәрҙе берҙәм системаға индерә һәм хужаһына халыҡ-ара ветеринария паспорты бирелә, - тип хәбәр иттеләр Әлшәй район ветеринария станцияһында. - Был процедура ауыртыуһыҙ үтә, махсус әҙерлек талап итмәй һәм йорт хайуанының ғүмерендә бер тапҡыр эшләнә.
Льготалы хаҡҡа тамғалауҙан тыш, һеҙҙең йорт хайуанығыҙға ҡотороу сиренә ҡаршы прививка ла эшләйәсәктәр.
Акция 10 мартҡа тиклем дауам итә.