Александр Сергеевич Пушкин (6 июнь 1799 йыл - 10 февраль 1837 йыл ) - бөйөк рус шағиры, яҙыусы, драматург, рус әҙәби теленә нигеҙ һалыусы, Рәсәй Империяһы Фәндәр Академияһы ағзаһы.
Пушкин - башҡортса! Рәми Ғариповтың тәржемәһендә.
ТОТҠОН (Узник)
Ултырам ситлектә, ҡаҡмай керпек тә,
Ирекһеҙ иптәшем – бер йәш бөркөт тә,
Ян тәҙрәм төбөндә, ҡарғап донъяһын,
Ҡағына һәм суҡый ҡанлы ҡалъяһын.
Суҡый ҙа ырғыта, текләй тәҙрәгә,
Әйтерһең, бер уйҙы уйлай ул бергә.
Ҡарашы, тауышы ниҙер көткәндәй,
“Әйҙәсе, остоҡ!” тип әйтер киткәндә.
Беҙ ирек ҡоштары! Ваҡыт осорға,
Болттар артылып тауҙар ҡосорға,
Ундағы диңгеҙҙең күм-күк ситендә
Йөрөйөк һин дә … мин елдәр иркендә!..
Бағыусыма (Няне)
Йән дуҫҡайым ауыр көндәремдең,
Күгәрсенем, ҡартлыҡ көнөндә
Күптән-күптән яңғыҙ көтәһеңдер
Ҡарағайлы урман өңөндә.
Тәҙрә төптәрендә, һаҡ торғандай,
Күҙ алмайһың килер юлымдан.
Энәләрең йыш-йыш туҡталғандай
Ярғыланып бөткән ҡулыңда.
Текләйһең дә өнһөҙ ҡапҡаларға,
Алыҫтағы һорғолт юлдарға,
Көрһөнәһең һағыш-ҡайғыларҙан,
Сәғәт һайын сумып моңдарға…
ҠЫШҠЫ ЮЛ (Зимняя дорога)
Ялбыр болоттар эсенән
Ай сығып ҡарап ҡуя.
Моңһоу яландар өҫтөнә
Моңһоу нурҙарын ҡоя.
Эс бошорғос ҡышҡы юлдан
Өс толпар бара юртып.
Ҡыңғырауы гел бер моңдан
Зың-зың килә ҡаңғыртып.
Ниндәйҙер бер яҡын моңдо
Һуҙа күсер тауышы:
Йә сая бер киңлек унда,
Йә йөрәктең һағышы.
Ут та, йорт та ҡараңғыла,
Тик ҡар ята ағарып…
Буй-буй бағаналар ғына
Салынып ҡала бары.
Александр Пушкин
ЗИМНЕЕ УТРО
Мороз и солнце; день чудесный!
Еще ты дремлешь, друг прелестный -
Пора, красавица, проснись:
Открой сомкнуты негой взоры
Навстречу северной Авроры,
Звездою севера явись!
Вечор, ты помнишь, вьюга злилась,
На мутном небе мгла носилась;
Луна, как бледное пятно,
Сквозь тучи мрачные желтела,
И ты печальная сидела -
А нынче… погляди в окно:
Под голубыми небесами
Великолепными коврами,
Блестя на солнце, снег лежит;
Прозрачный лес один чернеет,
И ель сквозь иней зеленеет,
И речка подо льдом блестит.
Вся комната янтарным блеском
Озарена. Веселым треском
Трещит затопленная печь.
Приятно думать у лежанки.
Но знаешь: не велеть ли в санки
Кобылку бурую запречь?
Скользя по утреннему снегу,
Друг милый, предадимся бегу
Нетерпеливого коня
И навестим поля пустые,
Леса, недавно столь густые,
И берег, милый для меня.
ҠЫШҠЫ ИРТӘ (Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе)
Ҡояшлы һыуыҡ; әй ғәжәйеп көн!
Һиҙмәйһеңме ни, үтте ләһә төн -
Ассы күҙеңде, һылыуым, баҡсы:
Керпектәреңдән йоҡоңдо һирпеп,
Таң Алиһәһе яғына елпеп
Сулпан йондоҙҙай янына ҡалҡсы!
Кистән ел-дауыл ҡоторған ине,
Күкте болоттар тултырған ине,
Улар артында ай ҙа тик шәүлә,
Һары бер таптай күренә ине.
Һин дә бойоғоп төрөнә инең -
Әле тәҙрәнән... күрмәйһеңм(е) әллә:
Сағылтып күктең нурлы биләмен,
Ергә түшәлгән аҡ ҡар келәме
Күҙ ҡамашырлыҡ төҫкә буялған,
Урман селтәрҙәй - тормай йәшереп,
Ҡылау ҡырпыған шыршы йәшелен,
Йылғаның боҙо - гүйә быяла.
Гәрәбә балҡыш - бүлмәбеҙ эсе,
Яғылған мейес - кәрәкһә эҫе,
Утын сытырҙай. Яйлы урындыҡ.
Рәхәт яҫтыҡта йыбанып ятыу,
Бәлки кәрәктер бер йөрөп ҡайтыу,
Ектерәйемме әллә бурылды?
Ярһыу юрғаның ялын уйнатып,
Сана табанын көйлө шыжлатып
Еләйек әле иртәнге ҡарҙан,
Бушанып ҡалған ҡыр-урман буйлап,
Үтәйек әле яҡты уй уйлап
Күңелгә яҡын, үҙ иткән ярҙан.