- Прививканан һуң (икенсе тапҡыр ҡаҙатҡандан һуң) дуҫтар менән күберәк аралашырға булдым, ҡунаҡҡа йөрөнөм, һөҙөмтәлә сирләп киттем. Прививка ярҙам итмәйме ни?
- COVID-19-ҙан вакцина ауырыу хәүефен шаҡтай кәметә һәм тәү сиратта уның ауыр формалары үҫешен булдырмай. Ауырыуҙың еңел формалары ике тапҡыр вакцина ҡаҙатҡандан һуң да булырға мөмкин. Шуға ла әлеге ваҡытта прививка яһатҡан кешеләргә дөйөм иммунитет барлыҡҡа килгәнсе барлыҡ иҫкәртеү сараларын үтәргә кәңәш ителә.
- Вакцина эшләткәндән һуң битлек кейергә кәрәкме?
- Вакцина кешене ауырыуҙан һаҡлай, әммә ауырыу кеше менән аралашҡандан һуң вирус йоҡторорға мөмкин һәм үҙе лә һиҙмәҫтән тирә-йүндәгеләр өсөн инфекция сығанағы булыуы ихтимал. Шуға ла прививка яһатҡандарға битлек кейергә һәм инфекцияны иҫкәртеү сараларын үтәргә кәрәк.
- Прививканан һуң күпме ваҡыт үткәндән һуң иммунитет барлыҡҡа киләсәк?
- Әлеге ваҡытта булған фәнни мәғлүмәттәргә ярашлы, яңы коронавирусҡа иммунитет икенсе прививканы яһатҡас, ике-өс аҙнанан һуң формалаша.
Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының матбуғат хеҙмәте.