Ике йыл элек, 2019 йылдың 1 ғинуарынан ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеүҙең яңы системаһына күсте, ул сүп-сар йыйыу һәм сығарыуҙың заманса системаһын яйға һалыуға, законһыҙ сүплектәрҙе юҡ итеүгә, шуның менән бергә экологик хәлде яҡшыртыуға йүнәлтелгән. “Сүп-сар реформаһы” башланыр алдынан республиканың Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы төбәк операторҙарын – ҡалдыҡтарҙы йыйыу, ташыу, сорттарға айырыу һәм утилләштереү менән шөғөлләнергә тейешле махсус ойошмаларҙы һайлап алыу буйынса конкурстар үткәрҙе. Улар менән ун йылға килешеүгә ҡул ҡуйылды. Әлшәй районы төбәк операторы “Экология Т” Туймазы компанияһы булған 4-се зонаға инде. Реформа ғәмәлдә булған ике йыл эсендә ауылдарҙа контейнер майҙансыҡтары барлыҡҡа килде, ҡалдыҡтар ваҡытында сығарыла.
Тәүҙә республикала түбән тарифтар ҡуйылғайны, беҙ айына бер кешегә 55 һумдан 75 һумға тиклем аҡса түләйбеҙ. Хәҙер, реформа дауам итһен өсөн, сүп-сарҙы сығарып ҡына ҡалмай, уны эшкәртеү, сорттарға айырыу өсөн иҡтисади яҡтан нигеҙләнгән хаҡтар индерелә. Республика Хөкүмәтендә 1 февралдән ҡаты коммуналь ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса раҫланған тарифтар билдәләнеүе тураһында ҡарар сығарылды. “Экология Т” йәмғиәте хеҙмәтләндергән беҙҙең зонала күп фатирлы йортта түләү хаҡы 95,35 һум, шәхси йортта 96,85 һум тәшкил итә.
Сүп-сар сығарыу графигы күҙәтелгән осраҡта ғына тариф артасаҡ. Район үҙәгендә – көн һайын, башҡа ауылдарҙа – өс көнгә бер тапҡырҙан да аҙ булмағанда. Әгәр ҙә төбәк операторының үҙ вазифаһына яуаплы ҡарамауы асыҡланһа, түләү хаҡы элекке кимәлгә төшөрөлә. Көн һайын быны Экология һәм тәбиғәттән файҙаланыу министрлығы ҡаты коммуналь ҡалдыҡтарҙы сығарыу буйынса “ТКО-Башҡортостан” автоматлаштырылған системаһы ярҙамында күҙәтеп барасаҡ.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА.
“Экология Т” йәмғиәтенең телефондары: 8 (34782) 2-44-03, 8-800-250-01-85.