Әлшәй хәбәрҙәре
+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
22 Ғинуар 2021, 16:39

Яңы йылда – яңы закондар

1 ғинуарҙан яңы закондар һәм ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде. Уларҙың ҡайһы берҙәре тураһында аңлатып үтәбеҙ.

*Минималь эш хаҡы күләме 12 792 һум тәшкил итте, Башҡортостанда – 14 710 һум.
*Рәсәйҙә йәшәү минимумы 11 653 һум күләмендә билдәләнде.
*Дистанцион эш (ситтән тороп) тураһындағы Хеҙмәт кодексына төҙәтмәләр индерелде.
*Төбәктәргә түләүле медицина айнытҡыстары булдырыу хоҡуғы бирелде.
*Тәүге тапҡыр эшкә урынлашыусыларға электрон хеҙмәт кенәгәләре асыласаҡ.
*Янғынға ҡаршы яңы ҡағиҙәләр үҙ көсөнә инде.
*Теркәлгән килемгә берҙәм һалым бөтөрөлдө.
*Йылына 5 млн һумдан ашыу килем булғанда физик шәхестәргә һалымдың юғары ставкаһы – 15 процент билдәләнә.
*1 млн һумдан артыҡ вкладҡа һалым булдырыла. Ставка 13 процент тәшкил итәсәк, вкладтың суммаһы түгел, ә уның процентына ғына һалым һалына.
*Эшләмәүсе пенсионерҙарҙың страховка пенсиялары 6,3 процентҡа индексациялана.
*Пенсия йәшен арттырыу реформаһы дауам итәсәк. Быйыл 1965 йылдың тәүге яртыһында тыуған ҡатын-ҡыҙҙар һәм 1960 йылдың тәүге яртыһында тыуған ир-аттар хаҡлы ялға сыға ала.
*Әсәлек капиталы 483 881,83 һумға тиклем артты, икенсе бала өсөн – 155 550 һум. Тәүге балалары тыуғас әсәлек капиталы алмаған ғаиләләр өсөн икенсе балаға капитал 639 432 һум тәшкил итә.
*Ауыл ипотекаһы яңылыҡтары: хәҙер арендала булған участкаларҙа ла төҙөргә мөмкин. Элеккесә йылына 3 процент ауыл ипотекаһын 30 меңдән аҙыраҡ кеше йәшәгән ауылдарҙа алырға була.
*Әсәлек капиталын ауыл ипотекаһы буйынса тәүге взнос итеп файҙаланырға мөмкин.
*Дәүләт хеҙмәттәрен алыу порцедураһы ябайлашты. Дәүләт хеҙмәттәре тәҡдим итеүсе власть органдары мөрәжәғәт итеүсенән эш хаҡын раҫлаусы, шулай уҡ опека һәм попечителлек органдары тарафынан бирелгән документтар талап итмәйәсәк. Тыуыу, никахлашыу, айырылышыу йәки үлем тураһындағы таныҡлыҡтарҙы башҡа илдә бирелгән осраҡта ғына тапшырырға кәрәк буласаҡ.
*Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ буйынса туранан-тура түләүҙәр системаһы тулыһынса эш башланы. Хәҙер страховкаһы булған граждандар пособиены эш биреүсе аша түгел, туранан-тура Социаль страховкалау фондынан ала.
*Еңел сәнәғәт тауарҙарын һәм ювелир әйберҙәрен мотлаҡ маркировкалау индерелә.
*Ҡатын-ҡыҙҙарҙың хеҙмәте сикләнгән зарарлы һәм хәүефле һөнәрҙәр исемлеге ҡыҫҡартыла.
*Шоферҙар әҙер автомобиль аптечкалары һатып алмаһа ла була, Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы бойороғондағы исемлеккә ярашлы, улар дарыуҙарҙы үҙҙәре комплектлай ала.
*Күп фатирлы йорттарҙа капиталь ремонт өсөн түләү артты. Алтынсы ҡатҡа тиклемге квартира хужалары бер квадрат метр өсөн 7,18 һум түләйәсәк.
Зилә ВӘЛИУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: