Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
18 Декабрь 2020, 19:10

Төн, көн, төн...

Был яҙманы аҙағынаса уҡыһағыҙ, мотлаҡ битлек кейәсәкһегеҙ.

Өс ерләү хеҙмәте автобусы – икәүһе көмөш, береһе ҡара төҫтә – ҡапҡа янында тора. Кәрәкле әйберҙәр, ризыҡ алып килгән туғандарҙан хасил сират оҙон булып һуҙылған. Шәп-шәп атлап табиптар үтеп китә – 20 минуттан смена алмашынасаҡ.

15-се дауахана, Мәскәү. 1474 пациент, һуңғы тәүлектә 225 кеше өҫтәлгән. Бөтә дауахана – “күк” һәм диагностика корпустарынан тыш – ҡыҙыл зона. Коронавирусҡа ҡаршы көрәштең 207-се көнө бара.

Ошо 207 көн эсендә нимәләр үҙгәргән? Бөтә медицина хеҙмәткәрҙәренең күреү һәләте яҡынса ярты диоптрияға насарайған. Артыҡ күп түгел, әммә һиҙелә. Улар ярты йыл дауамында донъяға пластик күҙлек һәм шлем аша ҡарай. Гипоксиянан күптәрҙә баш әйләнеүе күҙәтелә. “Быныһына ла өйрәндек”, – тиҙәр. Ҡайһы бер шәфҡәт туташтары төш күреүҙән туҡтаған.

Төн

Төнгө комендант корпус буйлап атлай һәм рацияны тыңлай. Уның исеме – Виктор Давидович Аносов. Ул – баш табиптың хирургия буйынса урынбаҫары. Бөгөн төндә комендант булып эшләй, ә иртәгә киске етегә тиклем хирургтар менән обход яһаясаҡ, бер нисә операция көтә.

“Яҙғыһын ике-өс айға, тип уйла­ғайныҡ. Тиҙ арала еңәсәкбеҙ, тип ышандыҡ. Ә ул бөтмәй. Әлеге ваҡытта бер-ике йылға иҫәп тота­быҙ. Киләһе йылдың йәйенә – мотлаҡ булыр...”

Тулы кәүҙәле ир секунд һайын тын ала. Күҙҙәре атылып сығып килгәндәй, ҡурҡып ҡарай. Ул быуыла. “Әгәр интубация эшләмәһәк, сәғәт эсендә үлеүе ихтимал”, – ти Виктор Давидович.

“Был сирҙе ике аҙнала еңеп була. Бының өсөн Ер йөҙөндәге кешеләр ике аҙна бер-береһе менән бөтөнләй аралашмаҫҡа тейеш. Әммә был мөмкин түгел”, – ти ул.

З. исемле сирлене ҡарайҙар, уны башҡа дауахананан алып килгәндәр. “Минең аяғым ауыртты. Ныҡ ауыртты”, – ти ул. Ярҙам эҙлә­гән күҙҙәре әле табипҡа, әле шәф­ҡәт туташына, йә миңә төбәлә. Доктор Ирина Евгеньевна Харламова одеялды күтәреп, аяҡтарын ҡарай. Уң аяғы һалҡын, ап-аҡ төҫтә. “Тромбоз. Был – ковидтың ғәҙәти эҙемтә­һе. Алырға кәрәк. Операция ике сәғәттән”.

“Тромбтар бөтәһендә лә бар. Организмда тромб барлыҡҡа килеү ихтималлығын күрһәткән D-димер нормала бер-ике, максимум 500 булырға тейеш, ә беҙҙең сирле­ләрҙә ул – 1000, 3000, 7000!” – ти Виктор Давидович.

– Баштағы тромб – инсульт, йө­рәктәге – инфаркт, үпкәләге – үпкә эмболияһы. Аяҡ-ҡулдарҙа булһа, еңелерәк. Ампутациялар көн һайын яһала.

З. өсөн операция бүлмәһе дүрт сәғәттән генә бушай. Ашығыс операция бүлмәләре дүртәү генә ҡал­ған, башҡаларын реанимация бүле­ге итеп үҙгәрткәндәр. Аяҡты һары матдә менән буяйҙар һәм ҡыр­ҡа­лар. Тамырҙарҙы иттән айыралар. Балтыр аша өс магистраль артерия үтә, барыһын да таҙартырға кәрәк. Ҡан тамырҙарына Фогарти катетеры – нәҙек кенә пластик торба индерелә.

Тромбтарҙы алдылар – ямғыр селәүсене кеүек оҙондар. “Бына шулай, көн дә үҙебеҙҙе балыҡсы ише тоябыҙ”, – ти шәфҡәт туташы. Тромбтар артабан тикшереү өсөн банкаға һалына.

Ҡан тамырҙары ҡарайған, быға­са ҡатып торғандары эшләй башлай, ҡан артабан китә. Табип аяҡҡа допплерҙы – динамиклы, ультратауышлы микрофонды ҡуя, һәм беҙ ҡандың тамырҙар буйлап ағы­уын ишетәбеҙ. Табанда ул туҡтап ҡала, әммә ваҡ тамырҙар киңәйер һәм ҡан әйләнеше тулыһынса тере­лер, тигән өмөт бар. “Мөмкин бул­ғанды эшләнек Әйҙәгеҙ, тегәбеҙ”.

Көн

Табиптар коридорҙа кейем алмаштыра. Һаҡлаусы костюмдарға бейджиктар йәбештерелә. Исем, фамилия, вазифа.
Дүрт операция бүлмәһе эшкә әҙер. Сәсе салланған ир, күҙҙәрен ҡыҫып, хирургия лампаһына ҡарай. Ҡалтырай, тын ала. Уны икенсе дауахананан килтергәндәр, аяғын ампутацияларға әҙерләйҙәр.

Муйыны тәңгәлендәге катетерға препарат индерәләр, ир нимәлер бышылдай. Анестезиолог тынысландыра: “Бөркөттәр, бөркөттәр. Шулай була, бөркөттәр осоп килде”.

Һары төҫтәге табан, шәмәхә төҫөндәге аяҡ. Уға 59 йәш. “Тромбоз. Артериялар зыян күргән”.
Ашҡаҙанында – зонд, бәүел ҡыуығында – катетер, вена тамырында ла катетер. “Тештәр тура­һында онотма”. Ауыҙҙан яһалма теш ҡаҙнаһын алалар. Тын юлына торба ҡуйыла. Хирург Хетаг Мзоков аяҡты өҫкә күтәрә. Аяҡ ҡараһыу-һары төҫтә, сөнки йод менән буялған.

Табип өсөнсө ҡат бирсәткәне кейер өсөн ҡулдарын еүешләй. Бында ике бригада табиптар эшләйәсәк. Хирургия инструменттарына ҡарауы ла ҡурҡыныс. Аяҡты ваҡ киҫәктәр менән ҡырҡалар. Ҡан аға. Һөйәк күренә. Көмөш хирургия ҡорамалы һөйәкте балдаҡ кейҙергән кеүек уратып ала. Ҡалын металл епкә оҡшаған бысҡы менән һөйәк ҡырҡыла. Санитарка аяҡты ҡыҙыл төҫтәге ҡапсыҡҡа һала.

Операция ике сәғәт дауам итте. Бүлмәне стерилләйҙәр – киләһе кеше ампутацияға әҙерләнә. Ә теге сал ир төндә вафат булды.

Беренсе бүлексә мөдире Сергей Николаевич Игнатьев икенсе реанимацияға юллана. Уны бик ауыр һөйләшеү көтә.
– Тамара Ивановна, һаумыһы­ғыҙ. Аяғығыҙ ҡасандан ауырта?

– Бер аҙна, – ти ул. – Төрлөсә ауыртты.

Сергей Николаевич, одеялды күтәреп, аяҡты ҡарай. Тамара Ивановна ҡарашын ситкә йүнәлтә.

– Аяғығыҙ үлгән. Ҡырҡырға кәрәк.

– Юҡ.

– Үҙегеҙ үләсәкһегеҙ.

– Үлһәм, үлермен, – ти ул, уҫал итеп. – Әммә был йәштә аяҡһыҙ нисек йәшәмәк кәрәк...

– Бик ауыр, яфаланып үләсәк­һегеҙ бит... – табип янында торған комендант һүҙгә ҡушыла.

Тамара Ивановна ныҡ итеп ирендәрен тешләй. Илап ебәрмәҫ өсөн түбәгә ҡарай. Сергей Николаевич өндәшмәй. Бер аҙҙан ябай ғына итеп һорай:

– Кем хаҡыналыр йәшәргә кәрәкме?

– Эйе.

– Улайһа, операция. Бөгөн һеҙҙе әҙерләйәсәктәр. Иртәгә мин бары­һын да эшләйәсәкмен. Үҙем. Һеҙ беҙҙең ышанысты аҡлаясаҡһығыҙ, эйеме?

– Тырышырмын, – ти шым ғына Тамара Ивановна.

Сергей Николаевич баш ҡаға. Ул коридорға сыға. Мин уның йө­ҙөнә ҡарайым, әммә эске кисе­рештәрен аңлай алмайым. Операция бүлмәһенә инәбеҙ. Бында Сергей Николаевич 15 минут эсендә ҡасандыр ҡатын-ҡыҙ ҡулы булған тән өлөшөн алып ташлай.

Төн

Ирина Евгеньевна менән Наталья Григорьевна пациенттарҙың киске анализдарын ҡарай... Икеһе лә яңы ғына ҡырҡты үткән. Пандемия осоронда Ирина Евгеньевна – 15, Наталья Григорьевна 20 ки­лограмға ябыҡҡан.

Киске обход үткән. Наталья Григорьевна шәфҡәт туташтарын әрләй. Улар етенсе койкала ятҡан Петровичты эсенә әйләндергән саҡта яҫтыҡ һалырға онотҡан. Дөйөм көс менән Петровичты күтәрәләр, ҡорһағы тәңгәленә яҫтыҡ һалалар. Ул бик ҙур кәүҙәле. Бер тәүлек инде иҫһеҙ ята.

Бүлексәлә 12 пациент. Барыһы ла – ир-егеттәр, “көсһөҙ зат”. Дүрт сәғәт һайын Наталья Григорьевна менән Ирина Евгеньевна көндә­леккә һәр сирленең хәлен яҙа. Һәр кемгә көн һайын ҡағыҙ карта тултырыла. Пациенттар менән эшләргә ваҡыттары ла ҡалмай тиерлек.

Етенсе койкалағы Петрович үлде. ИВЛ аппараты үле үпкәләре менән тын ала, ә йөрәге туҡтаған.
“Пациент китте. Ҡаңғырырға кәрәкмәй. Бөттө”, – ти Ирина Евгеньевна һәм компьютер янына барып ултыра. Анализдарҙы яңынан асып ҡарай. “Был осраҡта ашы­ғыуҙан фәтүә юҡ”.

Ул реанимация саралары эш­ләмәй. “Бының мәғәнәһе юҡ. Ул оло йәштә, анамнезда ишемия сире һәм башҡалар булыуы ихтимал, шуға күрә организм көсөргәнеште күтәрмәйәсәк. Метаболик тайпылыштар китәсәк һәм... Тәк, мин нимә эҙләйем әле... Иртәнге биохимияны ҡарарға кәрәк. Тәк, АЧТВ, альбумин, ә бына, мочевина – 40. Аңлашылды. Киҫкен бөйөр эшмә­кәрлеге тайпылышы. Ковид эҙем­тәһе. Бындай осраҡтар йыш була: пациенттың бөйөрҙәре насар эшләй башлай һәм шлак сығарыу сис­темаһы зыян күрә. Ә бөйөрһөҙ беҙ кеше түгел... ”

Наталья Григорьевна мәрхүмдең улына шылтырата. Тауышы быяла сыңы кеүек. “Һаумыһығыҙ. Һеҙҙе 15-се ҡала дауаханаһының реанимация бүлегенән борсойбоҙ. ... һеҙҙең кемегеҙ була? Ҡайғығыҙҙы уртаҡлашабыҙ, үкенескә ҡаршы, ул үлде”.

Петровичҡа 69 йәш булған. Уның мәйетен уранылар ҙа шаршау тартып ҡуйҙылар. Йоҡа ғына аҡ шаршау артында үлем йәшеренгән.

– Реанимация саралары нин­дәйҙер ыңғай һөҙөмтәгә ышаныс булғанда ғына башҡарыла. Бәлки, минең һүҙҙәрем бик ҡәтғи яңғырар: өсөнсө-дүртенсе стадиялағы пневмония булған 80 йәштән олораҡ пациенттар реанимацияға һалын­маҫҡа тейеш, – ти Ирина Евгеньевна. – Һуғыштағы кеүек. Ә был һуғыш. Реанимация койкаһы бик ҡиммәт. Уларҙың йәшәү өсөн көрә­шергә һәләтле кешеләргә хеҙмәт итеүе шарт.

Коридор алдында – халыҡ. Яңы смена эшкә килгән.
Таң ата.


Авторҙарҙың ризалығы менән ҡыҫҡартып баҫыла.

Автор: Елена КОСТЮЧЕНКО, Юрий КОЗЫРЕВ. (“Новая газета”нан.)
Читайте нас: