Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, күренекле рус ғалимы - тупраҡ белгесе исемен биреү тураһында үтенес менән колледж етәкселеге республика Башлығына уның эш сәфәре ваҡытында мөрәжәғәт итте. Белеүебеҙсә, бер быуат элек Николай Михайлович Сибирцев Башҡортостан буйлап экспедицияларҙа ҡатнашҡан һәм йыйылған материалдар нигеҙендә Өфө өйәҙенең генетик, тупраҡ картаһын төҙөй, Башҡортостан агрономдары бөгөнгө көнгә тиклем уның буйынса эшләй. Сәфәре ваҡытында ғалим ауырып китә һәм Андреев шифаханаһында (хәҙер Чехов исемендәге шифахана) дауалана, бер үк ваҡытта Аксен ауыл хужалығы мәктәбендә (хәҙер Аксен сәнәғәт колледжы), уҡыусыларға ландшафт һәм генетик тупраҡ белеме буйынса лекциялар уҡый.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, йылдар буйы дауам иткән үпкә ауырыуын, ғалим еңә алмай. Николай Сибирцев 1900 йылдың июлендә вафат була һәм Воздвиженка ауылында ерләнә. Колледж студенттары һәм уҡытыусылары профессорҙы хөрмәт менән иҫкә ала, уның ҡәберен тәртиптә тоталар һәм Башҡортостанда эшләгән осоро тураһында бөртөкләп мәғлүмәт йыялар.
Аксендарҙың үтенесен Радий Хәбиров та хупланы. Ошо көндәрҙә яҡшы хәбәр килде – республика Хөкүмәте Аксен агросәнәғәт колледжы рәсми рәүештә профессор Николай Сибирцев исемен йөрөтәсәк тигән ҡарар сығарҙы.