1 – Бөтә донъя СПИД-ҡа ҡаршы көрәш көнө.
3 – Билдәһеҙ һалдат көнө.
Халыҡ-ара инвалидтар көнө.
5 – Рәсәйҙең хәрби дан көнө – Совет ғәскәрҙәренең Мәскәү эргәһендәге контрһөжүме башланған көн (1941).
Бөтә-донъя ирекмәндәр көнө.
Шағир Афанасий Феттың тыуыуына – 200 йыл (1820-1892).
7 – Халыҡ-ара граждандар авиацияһы көнө.
9 – Ватан Геройҙары көнө.
Халыҡ-ара коррупцияға ҡаршы көрәш көнө.
10 – Кеше хоҡуҡтары көнө.
Башҡортостан автономияһына нигеҙ һалыусы, төркиәтсе, ғалим
Әхмәтзәки Вәлиди Туғандың тыуыуына – 130 йыл (1890-1970).
12 – Рәсәй Федерацияһы Конституцияһы көнө.
17 – Стратегик тәғәйенләнештәге ракета ғәскәрҙәре көнө.
18 – ЗАГС органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Халыҡ-ара мигранттар көнө.
20 – РФ именлек органдары хеҙмәткәрҙәре көнө.
Рәсәй Пенсия фонды хеҙмәткәрҙәре көнө.
23 - Яҡташыбыҙ, республиканың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, композитор, баянсы Роберт Тимербаевҡа – 60 йәш (1960).
24 – Башҡортостан Республикаһы Конституцияһы көнө.
25 – Әлшәйҙең данлы улы, Дан орденының тулы кавалеры Хәниф Абдрахмановтың тыуыуына – 95 йыл (1925-1999).
28 – Халыҡ-ара кино көнө.
Ҡыш ҡарһыҙ булһа, йәй ярлы була
Бер ҡырпаҡ менән ҡыш булмаҫ.
Ағастарҙы бәҫ ҡаплаһа - һыуыҡҡа, томан төшһә - йылыға.
Боҙ ҡытыршы булып туңһа, иген уңыр.
Бүрәнә шартлаһа, һыуыҡ булыр.
Ҡар күп булһа, йәй иген уңыр.
Ҡар тәрән булһа, иген уңыр.
Ҡыш көнө болот юлланып торһа, йылы булыр.
Ҡыш көнө бәҫ күп булһа, бал күп булыр.
Ҡыш көнө шәре сыҡһа, ашлыҡ уңыр.
Ҡыш көнөндә ҡояш әйләнәһендә түңгәләк күренһә, буран булыр;
Әгәр инде был түңгәләк ҡояшҡа бик яҡын булһа, аяҙ булыр..
Мейес көслө тартһа - һыуыҡ була, насар тартһа - епшек була.
Төтөн тура сыҡһа - һыуыҡҡа тарта.