Антибиотиктар
Дауалау ысулдары даими рәүештә үҙгәреп тора. Шуға күрә табип граждандарҙы, бигерәк тә сир башланып ҡына торғанда, антибиотиктар ҡулланмаҫҡа саҡыра. "Бактериаль пневмония булмағанда, антибиотиктар һеҙгә зыян ғына килтерәсәк. Эйе, тәүге ковид башланып ҡына торған осорҙа беҙ барыһына ла антибиотиктар ҡуйҙыҡ. Әммә хәҙер ҡайһы бер препараттарҙың һөҙөмтәһе булмауы тураһында беләбеҙ. - Әлбиттә, ысулдар үҙгәрә. Хәҙер беҙ ниндәйҙер кимәлдә ковидты дауаларға өйрәндек", - ти табип.
Ашҡаҙан аҫты биҙе
Ашҡаҙан аҫты биҙенә иғтибар әҙ бүленә. Моғайын, коронавирус иң зыян килтергән ағза - ул ашҡаҙан аҫты биҙелер. Ҡатмарландырыусы фактор булып шәкәр сире тора. Коронавирус ашҡаҙан аҫты биҙен зарарлай, һөҙөмтәлә ҡанда шәкәр кимәле арта - был беренсе мәл. Икенсеһе - иммунитет күҙәнәктәре организм күҙәнәктәрен айырып тормай үлтерә, был "проект" тормошҡа ашһын өсөн ҡандағы глюкоза кимәле күтәрелергә тейеш. Шуға күрә ашҡаҙан аҫты биҙен "тынысландырырға", уның эшмәкәрлеген яйларға кәрәк. "Ә беҙ беренсе көндән үк антибиотиктар, вирусҡа ҡаршы көслө саралар менән тултырып, уны ултыртабыҙ. Мин патологоанатомдар менән һөйләштем, мәйетте ярғанда улар сирҙе ауыр үткәреп һәләк булыусыларҙың ашҡаҙан аҫты биҙе ныҡ зыянлағанын белдерә. Был тема әлегә өйрәнелмәгән, уны әүҙем өйрәнергә кәрәк. Медицинала төп ҡағиҙә - зыян итмә, беҙ уны тоторға тейеш", - ти табип.
Вирус йоҡтормаҫ өсөн нимә эшләргә?
- Үҙенең D витамины кимәлен контролдә тоторға тейеш (ғалимдар D витамины түбәнәйгән кешеләрҙең сирләүе һәм сирҙе ауыр үткәреүе тураһында белдерә. Уның кимәлен белер өсөн анализдар тапшырырға кәрәк). - Битлектә йөрөргә.
- Социаль дистанция һаҡларға (битлектәр ҙә һәр саҡ һаҡламай, әгәр кеше күҙлек кеймәй икән, уның күҙе һаҡланмай, кемдер эргәлә сөскөрһә, битлек ярҙам итмәйәсәк).
Нисек асыҡларға?
Үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, беренсе биш тәүлектә ПЦР тапшырырға кәрәк, әммә уларҙың 30 проценты ялған-кире һөҙөмтә күрһәтеүе ихтималлығын да оноторға ярамай. Тағы бер мәл: анализды бик йыш дөрөҫ алмайҙар. "Нисек мазок алғанды үҙегеҙ контролләргә тейешһегеҙ. Уның береһен танауҙан, күҙҙән йәш сығырлыҡ тәрәнлектә; икенсеһен йотҡолоҡтоң артҡы өлөшөнән алырға кәрәк", - ти Глеб Глебов.
Ҡапыл ғына тәм дә, еҫ тә тоймай башлаһағыҙ - 95 процент осраҡта был ковид.
Дауаланыуға килгәндә, әгәр кире күрһәтмә булмағанда, ҡанды шыйыҡлатыусы антикоагулянттар, вирусҡа ҡаршы һәм ҡаҡырыҡты сығарыусы дарыуҙар ҡулланыу кәрәк.
Эсегеҙҙә йоҡларға тырышығыҙ. Был торошта сатурацияның яҡшыраҡ булыуы раҫланған.
Хатта ПЦР кире булып та, кеше үҙен насар тоя икән, етенсе тәүлектә ҡан тапшырырға мөмкин. IgM иммуноглобулины табылһа, тимәк, ауырыйһығыҙ.
Компьютер томографияһы
Тынығыҙ ҡыҫылмаһа, тын ала алмау тойғоһо булмаһа, КТ үтергә ашыҡмағыҙ, КТ - ул нурланыу. Үпкәләр 5-7-се тәүлектә генә зыянлана башлай. Әгәр КТ-ны алдан эшләтһәгеҙ ҙә ул бер нәмә лә күрһәтмәйәсәк.
Температура
Күптәр температура юғары килеш торһа һәм төшмәһә, был үпкәләрҙең елһенеүен раҫлай, тип уйлай. Әммә тоноҡ быяла (матовое стекло) төрөндәге вируслы пневмония булғанда бер ниндәй елһенеү ҙә күҙәтелмәй. Температура цитокин штормы һөҙөмтәһендә күтәрелә. Әгәр ул 38,5 градустан юғары булып, парацетамол эскәндә лә төшмәһә, был дауаханаға ятырға кәрәклектең бер күрһәткесе.
Ҡасан госпитализацияларға?
Бында дүрт пунктты күҙәтергә кәрәк:
- сатурация 95 проценттан түбән (пульсоксиметр менән үлсәнә);
- температура 38 градустан юғары;
- үпкәләр 25 процентҡа зыянланған;
- тыныс торғанда тын алыу минутына 22-нән күберәк.
"Әгәр ошо дүрт пункттың икеһе бар икән, һеҙҙе госпитализацияларға тейештәр", - тип белдерә табип-инфекционист.
Әгәр дауаханаға һалмайҙар икән, БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығының 8(347) 286-58-27, 8 (347) 279-91-20 (күп каналлы, тәүлек әйләнәһенә) коронавирус буйынса ҡыҙыу бәйләнешенә мөрәжәғәт итергә кәрәк.
Табип-инфекционистың башҡа ҡыҙыҡлы фекерҙәре:
- Ковидтан дарыу юҡ, дауалау, күп осраҡта, билдәләр буйынса башҡарыла, рекомендациялар даими рәүештә үҙгәреп тора.
- Коронавирусты ОРВИ менән бутауы еңел. Башланғыс стадияла улар оҡшаш. Айырма шунда: ковид булғанда тәм һәм еҫ тойоу юғала.
- Коронавирустан ҡурҡырға ярамай, унан һаҡланырға кәрәк. Нормаль тормош рәүеше алып барған сәләмәт кешеләрҙең 85 проценты уны ОРВИ кеүек кенә үткәрәсәк.
- Коронавирус үткәргәндән һуң кеше 11-се тәүлеккә йоғошло булыуҙан туҡтай. Һауығыу осоронда температура, ҡоро йүтәл күҙәтелеүе мөмкин.
- Үпкәләрҙең зарарланыуы - коронавирус ваҡытында иң ҡурҡынысы түгел. Барлыҡ ағзалар һәм туҡымалар ҙа зарарлана, ҡан тамырҙары ла, шулай уҡ тромбтар барлыҡҡа килә һ.б.
- Коронавирустан түгел, уның эҙемтәләренән, ул организмда тыуҙырған патологияларҙан вафат булалар. "Кемдер обструктив бронхит, кемдер шәкәр сире менән ауырыған, кемдеңдер тромбтар барлыҡҡа килгән. Ковидтан шунса кеше үлде, тигән статистиканы ҡарап, унан нисек үлергә мөмкин икәнен аңламайым. Эйе, эҙемтәләренән үлергә мөмкин, ә ковидтан - вируслы һауаны һулап үлгән кешене күргәнем юҡ", - тип һығымта яһай Глеб Глебов.
http://kiskeufa.ru/index.php?dn=news&to=art&id=4721