Бөгөнгө көндә, пособие юллау һәм справка алыу процедураһы ябайлаштырылды. Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы һәм Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы төҙөлгән килешеү һөҙөмтәһендә ике ведомство араһында мәғлүмәт алмашыу ойошторолған.
Башҡарма производство тураһындағы мәғлүмәтте, социаль яҡлау учреждениялар, суд пристав хеҙмәтенән үҙе һорап ала. Шулай ук Рәсәй Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы һәм Башҡортостан Республикаһының Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы килешеүе буйынса, пособиеларҙы юллау өсөн кәрәкле булған справкаларҙы был үҙәктең офистарында алырға мөмкин.
Хәҙер пособия юлланған саҡта граждандарға суд приставтары хеҙмәтенән ниндәй ҙә булһа справка алыу кәрәклеге ҡалманы. Барлыҡ мәғлүмәтте халыҡты социаль яҡлау республика үҙәге бүлектәрендә йәки күп функциялы үҙәге офистарында алырға була.
Суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралығы матбуғат хеҙмәте.
Фото: om-saratov.ru