Әлшәй хәбәрҙәре
-7 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
1 Октябрь 2020, 19:15

Октябрҙә иҫтәлекле көндәр

Көҙҙәр етә алтын көҙҙәр етә, Күңелемдә моңдар уяна... Тәбиғәт тә белә хистәремде, Бар тирә-яҡ нурға ҡойона.

Октябрҙә иҫтәлекле көндәр
1 – Халыҡ-ара оло йәштәгеләр көнө.
Халыҡ-ара музыка көнө.
2 - Бөтә донъя йылмайыу көнө.
4 – Рәсәйҙә граждандар оборонаһы көнө.
Хәрби-космос көстәре көнө.
Бөтә донъя хайуандар көнө.
5 – Халыҡ-ара уҡытыусылар көнө.
Халыҡ-ара табиптар көнө.
Бөтә донъя архитектура көнө.
Енәйәтселәрҙе эҙләү бүлеге хеҙмәткәрҙәре көнө.
6 – Рәсәй страховкалаусылары көнө.
9 – Бөтә донъя почта көнө.
11 – Башҡортостан Республикаһы көнө.
Ауыл хужалығы һәм эшкәртеүсе сәнәғәт хеҙмәткәрҙәре көнө.
12 – Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гимнын һәм Дәүләт гербын ҡабул иткән көн (1993).
14 - Халыҡ-ара стандартлаштырыу көнө.
15 – Бөтә донъя ауыл ҡатын-ҡыҙҙары көнө.
16 – Бөтә донъя аҙыҡ-түлек көнө.
17 – Фәҡирлеккә ҡаршы халыҡ-ара көрәш көнө.
18 - Юл хужалығы эшсәндәре көнө.
Аҙыҡ сәнәғәте хеҙмәткәрҙәре көнө.
Әлшәй районында тыуып үҫкән Советтар Слюзы Геройы Михаил Рабовалюктың тыуыуына – 105 йыл (1915-1945).
20 – Халыҡ-ара ашнаҡсылар көнө.
24 – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы көнө.
Махсус тәғәйенләнештәге подразделениелар көнө.
25 – Таможня хеҙмәткәрҙәре көнө.
Автомобиль транспорты хеҙмәткәрҙәре көнө.
26 – Халыҡ-ара мәктәп китапханалары көнө.
29 – Комсомолдың тыуған көнө (1918).
30 – Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алыу көнө.
Инженер-механиктар көнө.
31 - Бөтә Рәсәй гимнастика көнө.
ҺЫНАМЫШТАР
- 1 октябрҙә ел көн буйына төньяҡтан булһа, ҡыш һалҡын килер, көньяҡтан булһа, йылы булыр һәм киләһе йылда ашлыҡ уңыр.
- 1 октябрь көндө торналар китмәһә, ноябргә тиклем һыуыҡтар булмаясаҡ.
- 1октябргә тиклем ҡар күҙе төшһә, сана юлы тиҙ булмаҫ.
- 8 октябрҙә тәүге ҡар еүеш ергә төшһә, иремәй ҡаласаҡ, ҡоро ергә төшһә, тиҙ иреп бөтәсәк.
- Октябрь япмаһа, декабрь япмаҫ.
- Ҡыр ҡаҙҙары иртә китһә, ҡыш иртә килер.
- Ҡарлуғас йылы яҡҡа иртә китһә, ҡыш һыуыҡ һәм оҙаҡ булыр.
- Октябрҙә күк күкрәһә, ҡыштың ҡары аҙ булыр.
- Урманда миләш күп булһа, көҙ ямғырлы булыр, аҙ булһа – ҡоро килер.
- Көҙ оҙон булһа, яҙ һуң килер.
Читайте нас: