Әлшәй хәбәрҙәре
-2 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
18 Август 2020, 15:00

Шихандар

Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы шихандар үҙенсәлекле тәбиғи ҡомартҡылар булып тора. Улар - Йөрәктау, Ҡуштау, Шахтау һәм Торатау.


Стәрлетамаҡ ҡалаһы янындағы шихандар үҙенсәлекле тәбиғи ҡомартҡылар булып тора. Улар - Йөрәктау, Ҡоштау, Шахтау һәм Торатау шихандары. Боронғо заманда был урындарҙа диңгеҙ булған тигән фараздар бар. Белгестәр әйтеүенсә, шихандар 260 млн йыл элек һыу аҫтында барлыҡҡа килгән һәм әлегә тиклем һаҡланып ҡалған коралл рифтары. Был үҙенсәлекле шихандар ғилми йәмәғәтселек өсөн бик мөһим һәм 1937 йылда унда Бөтә донъя халыҡ-ара геология конгресы үткәрелгән.

Был дүрт шихандың иң тәпәше һәм иң текәһе - Йөрәктау, уның оҙонлоғо бер километр, бейеклеге диңгеҙ кимәленән - 338 метр. Икенсе шихан - Ҡуштау, оҙонлоғо - 3 км 500 метр, бейеклеге - 357 метр. Был тауҙы тулыһынса тиерлек урман ҡаплаған. Өсөнсөһө - 406 метр бейеклектәге Торатау шиханы. Дүртенсе шихан «Сода» ширҡәтенә эзбисташ сығанағы булараҡ бирелгән Шахтау. Әлеге ваҡытта унан таш карьер ғына ҡалған һәм бейеклеге 35 метрға кәмегән.

Шахтауҙан башҡа шихандар бай флора һәм фаунаға эйә һәм махсус һаҡлана. Был тауҙарҙа башҡа ерҙә булмаған үҫемлектәр табырға мөмкин, унда йәшәгән йәнлектәрҙең күбеһе «Ҡыҙыл китапҡа» индерелгән. БАССР министрҙар советы тарафынан 1965 йылдың 17 авгусында һәм 1985 йылдың 26 декабрендә Торатауға һәм Йөрәктауға республика кимәлендәге тәбиғи ҡомартҡы исеме бирелгән. Шулай уҡ Башҡортостан республикаһы хөкүмәте ҡарары буйынса 1999 йылдан башлап шихандар, һаҡланған биләмә тип иғлан ителгән.
Фото интернет селтәренән алынды
Читайте нас: