Күп фатирлы йорттоң дөйөм милкен капиталь ремонтлау өсөн түләү – фатир хужаларына йөкмәтелгән бурыс. Һеҙҙең йортта капиталь ремонт үткәрелеү-үткәрелмәүе туранан-тура төбәк операторына күсерелгән аҡсаларға бәйле.
Быйылдан башлап, күп фатирлы йорттарҙа алтынсы ҡатҡа тиклем капиталь ремонтҡа взностың минималь күләме бер квадрат метрға 6,9 һум тәшкил итә. Күп фатирлы йорттарҙың дөйөм милкен капиталь ремонтлау республика программаһына Әлшәй районы буйынса 112 йорт индерелгән. Алты йыл эсендә 35 млн 661 мең һумға 20 күп фатирлы йорттоң түбәһе, ике йорттоң ал яғы, өс йортта канализация системалары ремонтланған.
2020 йылда Крупская урамы 6 а һәм Карл Маркс урамы, 3 адресы буйынса урынлашҡан күп фатирлы йорттарҙың түбәһенә капиталь ремонт эшләнде. Йыл аҙағына тиклем Раевка ауылының Яңауыл урамында һәм Тавричанка ауылының Интернациональ урамы, 1 адресында электр менән тәьмин итеү буйынса капиталь ремонтты тамамлау күҙаллана.
Башҡарылған эштәрҙең күләме туранан-тура йыйылған аҡсаға бәйле. Мәҫәлән, 2014 йылдың октябренән 2020 йылдың майына тиклем 33451490 һум взнос иҫәпләнһә, шуның 30318082 һумы түләнгән, бурыс 3133408 һум тәшкил итә. Капиталь ремонт өсөн аҡса йыйыу – 90,6 процент. Взностарҙы бөтөнләй түләмәүселәр ҙә бар, улар менән даими эш үткәрелә.
Үрҙә атап үтелгән осорҙа Әлшәй районы буйынса Башҡортостан Республикаһы төбәк операторы юристарынан судҡа бурысты мәжбүри түләттереү буйынса ике миллион һумдан ашыу суммаға 310 ғариза ебәрелгән. Башҡарылған эштәр һөҙөмтәһендә, взностарҙы ла иҫәпкә алып, өс миллиондан ашыу аҡса күскән. Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, суд эштәре бурыслы кеше үҙе булмаған осраҡта ла ҡарала. Бурысты түләттереү тураһында суд ҡарары Суд приставтарының федераль хеҙмәтенә тапшырыла, ә приставтар, үҙ сиратында, бурыслы кешегә ҡарата закон тарафынан ҡаралған саралар ҡуллана ала. Мәҫәлән: уның иҫәп-хисап счеттарынан бурысты түләүгә аҡсаһын алыу, эш хаҡынан, пенсияһынан һәм башҡа килеменән бурысын түләттереү, автотранспортын, күсемһеҙ милкен һәм башҡа мөлкәтен аресҡа алыу, сит илгә сығыу хоҡуғын сикләү һәм башҡа саралар ҡулланылыу мөмкин.
Бынан тыш, бурыслы кешегә дәүләт пошлинаһы ла түләргә тура киләсәк. Шуға күрә капиталь ремонт өсөн взностарҙы ваҡытында түләү мөһим, был беҙгә программаға күберәк йорттарҙы индерергә ярҙам итә.
Вероника АФАНАСЬЕВА,
район хакимиәтенең торлаҡ-коммуналь хужалығы бүлеге инспекторы – баш белгес.