Әлшәй хәбәрҙәре
0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
22 Июнь 2020, 17:10

Ниндәй ғаиләләр өлкәндәрҙе тәрбиәгә ала ала?

Республикала “Башҡортостан Республикаһында өлкән йәштәге граждандар һәм инвалидтарҙы тәрбиәгә алыусы ғаиләләр тураһында” закон ғәмәлдә.

Һәр кемдең ҡартлығын ғаиләһендә, туғандары араһында лайыҡлы ҡаршылағыһы килә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, күптәрҙең бындай мөмкинлеге юҡ.
Пенсия йәшендәге яңғыҙ кешеләр һәм инвалидтар үҙҙәрен яҡын туғандары кеүек ҡабул иткән икенсе йорт тапһын өсөн тәрбиәгә алыусы ғаиләләрҙе нисек булдырырға? Уларҙы хөрмәт иткән, ярҙам күрһәткән йортто ни рәүешле табырға?
Тулы мәғлүмәт алыу өсөн Раевка ауылы, Юбилей урамы, 23а адресы буйынса урынлашҡан Әлшәй районындағы ғаилә хеҙмәтенә мөрәжәғәт итә алаһығыҙ. Тел. 8 (34754) 2-15-62.
Марина КРАВЧЕНКО,
ғаилә хеҙмәте етәксеһе.
Читайте нас: