Әлшәй хәбәрҙәре
-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
8 Июнь 2020, 15:00

Бал ҡорто саҡһа ни эшләргә?

Бал ҡортоноң ағыуы төрлө кешегә төрлөсә тәьҫир итә.

Кемдер уны еңел үткәрә, ҡаҙауын ала ла бер ни булмағандай китә. Ә икенселәрҙә көслө аллергия барлыҡҡа килеп, анафилактик шок яһарға мөмкин.

Бал ҡорто ағыуында файҙалы микро- һәм макроэлементтар менән бергә аллергия барлыҡҡа килтерә торған, туҡымаларҙы зарарлаған, нервы системаһын ҡуҙғыта торған башҡа матдәләр ҙә бар.

Анафилактик шоктың билдәләре:

- тән ҡысыта, яна башлай, бал ҡорто саҡҡан урын шешә;

- тән температураһы күтәрелә йәки төшә;

- ҡан баҫымы төшә;

- сөскөртә, тамаҡ ҡысый, йүткертә;

- хәлһеҙлек һиҙелә, бөтөн тән ауырта;

- баш ауырта;

- йөрәк ҡаға;

- бит, ҡул шешә;

- күреү, ишетеү һәләте кәмей;

- тел һәм йотҡолоҡ шешә;

- күңел болғана, уҡшыта, эс ауырта башлай;

- тын алыуы ҡыйынлаша.

Шулай уҡ бал ҡорто сағыуҙан иҫте юғалтырға мөмкин. Организмға ағыу төрлөсә тәьҫир итә.

Һәр умартасының, эш тәжрибәһенә ҡарамаҫтан, ҡул аҫтында аптечка булырға тейеш. Унда гистаминға ҡаршы препараттар (супрастин, лоратадин, цетрин), преднизалон (шокка ҡаршы тороусы), димедрол (аллергияға ҡаршы тора һәм тынысландыра), спирт, мамыҡ, бинт, физик шыйыҡса булыуы мотлаҡ.

Умарта ҡорто сағыу менән энәһен алырға тырышығыҙ. Алғас та, яранан бер-ике тамсы ҡан сығарырға кәрәк. Шул ваҡытта уның ағыуы тышҡа сыға. Тешләгән урынды спирт менән эшкәртегеҙ. Яраға боҙ йәки һалҡын сепрәк ҡуйығыҙ. Янығыҙҙа булһа, бал ҡорто саҡҡан урынды гистаминға ҡаршы май менән эшкәртегеҙ, ошондай препараттар (супрастин, лоратадин, цетрин) эсегеҙ.

Әгәр ҙә тын алыуы ауырлаша икән, мотлаҡ “Ашығыс ярҙам”саҡыртығыҙ.

Нимә эшләргә ярамай?

- Тешләгән урынды уксус менән ышҡырға;

- яраны бысраҡ һыу менән йыуырға, йә иһә төкөрөкләргә;

- ауыртыуҙы баҫыу өсөн араҡы эсергә.

Читайте нас: