Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
19 Май 2020, 12:10

Бөгөн – Пионерия көнө

“Һәр ваҡыт әҙер!”

Йыл һайын сәскәләргә төрөнгән йәмле май айында Пионерия көнө билдәләнә. Был байрам пионер галстугын йөрөткән һәм йөрөтөүсе, һүнмәҫ ижади хеҙмәте менән балалар күңелен яулаған кешеләрҙең һәр саҡ хәтерендә.

Ижад ҡомары һәм новаторлыҡ рухы менән яңылыҡҡа әйҙәүсе Пионерҙар һәм уҡыусылар йорто бына 65 йыл инде пионерҙар менән эшләүсе үҙәк булып тора, унда һәр бала күңеленә оҡшаған шөғөл таба. “Шишмәкәй” йәмәғәт берекмәһе балаларҙы эшһөйәрлеккә, изгелеккә һәм ғәҙеллеккә өйрәтә.

Ошо данлы ойошманың бөгөнгө ағзаларын ғына түгел, бала сағында пионер юлын үткәндәрҙең барыһын да байрам менән ҡотлайым. Ысын пионерҙарса һәр ваҡыт шулай ҡыйыу, тәүәккәл, ярҙамсыл һәм Тыуған илгә тоғро булыуығыҙҙы теләйем!

Надежда САМОЙЛОВА,

Пионерҙар йорто директоры.

Читайте нас в