Әлшәй хәбәрҙәре
-11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
3 Апрель 2020, 16:15

Тиҫбе тарта ҡояш, бөрөләргә сиртеп...

Яҙ һулышы – һәр бер күҙәнәктә,Яҙ һулышы һәр бер күңелдә!

Һәр нимәлә бөгөн яңы һулыш
Яңы һулыш – иҫкән елдәрҙә.
Ярҙарынан ташҡан йылғаларҙа,
Керпек ҡаҡҡан сәскә- гөлдәрҙә.
ҺЫНАМЫШТАР
Апрелдең шапырыныуы марттың дименән.
Апрелдең алтыһында аяҙ булһа – йәй ҡоро килер, болотло булһа – иген уңыр.
Алтынсы апрель Хызыр Ильяс ҡамсыһын һелтәй, имеш.
Апрель баштарында торна тауышы ишетелһә, ай бөткәнсе көндәр матур торор.
Апрель артыҡ йылы булһа – май һалҡын, елле-ямғырлы булыр.
Апрелдә иҫтәлекле көндәр
1 – Халыҡ-ара ҡоштар көнө.
Көлкө көнө.
2 – Халыҡ-ара балалар китабы көнө.
5 - Геологтар көнө.
6 – Халыҡ-ара спорт көнө.
7 – Бөтә донъя сәләмәтлек көнө.
Һыу аҫты кәмәһендә һәләк булған диңгеҙселәрҙе иҫкә алыу көнө.
Бәраәт кисе.
8 – Хәрби комиссариат хеҙмәткәрҙәре көнө.
11 – Фашист концлагерҙары тотҡондарын азат итеү көнө.
12 – Бөтә донъя авиация һәм космонавтика көнө.
Һауа һөжүменә ҡаршы оборона ғәскәрҙәре көнө.
13 – Меценатлыҡ һәм хәйриә көнө.
15 – Экология белеме көнө.
18 – Халыҡ-ара һәйкәлдәр һәм тарихи урындар көнө.
19 – Пасха байрамы.
20 – Донорҙар көнө.
21 – Урындағы үҙидара көнө.
22 - Ер көнө.
Совет сәйәси һәм дәүләт эшмәкәре Владимир Ульяновтың (Лениндың) тыуыуына - 150 йыл (1870-1924).
23 – Бөтә донъя китап һәм авторлыҡ хоҡуҡтары көнө.
24 – Халыҡ-ара йәштәр теләктәшлеге көнө.
Рамазан айы һәм ураҙа башлана.
26 – Радиация һәләкәттәрендә һәләк булғандарҙы иҫкә алыу көнө.
27 – Рәсәй парламентаризмы көнө.
28 – Бөтә донъя хеҙмәтте һаҡлау көнө.
29 – Халыҡ-ара бейеү көнө.
30 – Янғын һағы хеҙмәткәрҙәре көнө.
Читайте нас: