Ә эштә прогул булмаһын өсөн “больничный” ҡағыҙы алырға кәрәк. Был турала Раевка үҙәк район дауаханаһының медицина профилактикаһы табибы Любовь ЖУКОВСКАЯ һөйләй:
- Нисек “больничный” асырға? Телефон аша. Эшкә яраҡһыҙлыҡ ҡағыҙы дистанцион рәүештә поликлиникала, икенсе илдән ҡайтыуҙы раҫлаған һәм ауырыған кеше менән аралашыу факттары асыҡланған осраҡтары буйынса бирелә.
Сит илдән ҡайтҡан граждандар һәм улар менән бергә йәшәгән кешеләр 14 көн дауамында өйҙә карантинда ултырырға һәм кемдәр менән аралашҡанын хәбәр итергә тейеш. “Больничный” сәләмәтлек торошона ҡарамай ауырымаған кешеләргә лә биреләсәк. Әгәр ҙә һеҙҙең менән ғаиләгеҙҙең бер нисә ағзаһы ҡайтһа, больничныйҙарҙы барыһына ла бер заявка буйынса асасаҡтар. Иғтибар итегеҙ, һеҙҙең менән сит илгә бармаған, әммә һеҙҙең менән бергә йәшәгән кешеләргә лә өйҙә ултырыу режимын күҙәтеү мотлаҡ.
Әгәр ҙә өйҙә ултырған ваҡытта үҙегеҙҙе насар тойһағыҙ, кисекмәҫтән күптән түгел сит илдән ҡайтыуығыҙҙы хәбәр итеп, өйөгөҙгә ашығыс ярҙам йәки табипты саҡыртығыҙ. Иң мөһиме – поликлиникаға бармаҫҡа!