Ниндәй йәштә булыуға ҡарамаҫтан, бөтә граждандар ҙа үҙ аллы изоляция режимында булырға тейеш.
Өйҙән бары тик айырым осраҡтарҙа ғына сығырға ярай:
ашығыс ярҙам (медицина хеҙмәткәрҙәре оҙатыуында) йәиһә кисектергеһеҙ медицина ярҙамы кәрәк булған осраҡта;
яҡындағы магазинға аҙыҡ-түлек йәки дарыуханаға дарыу алырға барғанда үзең менән мотлаҡ паспорт алырға;
йорт хайуандарын тышта йөрөтөп инергә рөхсәт ителә, әммә йорт эргәһенән 100 метрҙан алыҫ китмәҫкә;
яҡындағы контейнерға сүп түгергә;
әгәр һеҙ йәшәйеште тәьмин итеү ойошмаларында, хоҡуҡ һаҡлау структураларында, власть органдарында эшләһәгеҙ, эшкә барырға рөхсәт ителә.
Йәмәғәт урындарында һәм транспортта 1,5 метр арала дистанция һаҡларға, битлектәр һәм бирсәткәләр кейергә, йышыраҡ ҡул йыуырға кәңәш ителә.
Бынан тыш, башҡа төбәктәргә автобустар йөрөшө туҡтатыла, ә Башҡортостан эсендә пассажирҙар ташыусы транспорттар һаны сикләнә.
“Был ябай саралар вирус йоҡтормаҫҡа ярҙам итер. Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!” – тип мөрәжәғәт итте Башҡортостан халҡына Радий Хәбиров.
Республика Башлығының икенсе указы менән Башҡортостан территорияһында һыра һатыусы магазиндар, кафе һәм ресторандарҙы ла индереп, киске 6-нан иртәнге 10-ға тиклем алкоголь һатыу тыйылды. Ҡарар “Юғары әҙерлек” режимы бөткәнсе ғәмәлдә буласаҡ.