Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
25 Март 2020, 19:30

Балаларҙың йәмәғәт урындарында йөрөүен тыйыу тураһында хәбәр ялған булып сыҡты

Социаль селтәрҙәрҙә һәм ата-әсәләр чаттарындағы мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй, тип белдерҙеләр Мәғариф министрлығында.

Башҡортостандың Мәғариф министрлығы баланың йәмәғәт урындарында йөрөгәне өсөн административ яза ҡаралыуы хаҡында мәғлүмәтте кире ҡаҡты.

«Социаль селтәрҙәрҙә һәм ата-әсәләр чаттарында балаларҙың йәмәғәт урындарында йөрөгәне өсөн ата-әсәләргә административ яуаплылыҡ ҡаралыуы тураһында мәғлүмәт таратыла. Был мәғлүмәт ысынбарлыҡҡа тап килмәй», — тип белдерҙеләр Мәғариф министрлығында.

Бынан алда интернетта бала ата-әсәнән башҡа сауҙа үҙәктәрендә, хатта урамда һәм транспортта йөрөгәне өсөн административ яуаплылыҡ янауы хаҡында мәғлүмәт пайҙә булды.

Мәктәптәр буйлап баланы түңәрәктәрҙә йәки өҫтәмә дәрестәрҙә асыҡлау өсөн рейдтар уҙғарылыуы, һөҙөмтәлә мәктәп етәкселегенә яза бирелеүе тураһында мәғлүмәт тә ялған.

Барлыҡ кәрәкле һәм дөрөҫ мәғлүмәт рәсми сайттарҙа ғына баҫыла, тип иҫкә төшөрҙөләр министрлыҡта.

Читайте нас: