Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
12 Март 2020, 13:35

Студенттар өсөн яңы стипендия

Республикала Башҡортостандың халыҡ шағиры, олуғ әҙәбиәтсе, йәмәғәт эшмәкәре Рауил Бикбаев исемендәге стипендия булдырылды.

Ул юғары уҡыу йортонда белем алған, республикала туған телде һәм әҙәбиәтте өйрәнеүгә, һаҡлауға, үҫтереүгә үҙ өлөшөн индергән, әүҙем эшмәкәрлек алып барған ике студентҡа биреләсәк. Лайыҡлыларҙы йыл һайын конкурс ярҙамында һайлаясаҡтар. Ул ике этапта - юғары уҡыу йорттарының үҙеңдә һәм төбәк Мәғариф министрлығында үтәсәк. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса, еңеүселәргә 1 сентябрҙән бер уҡыу йылына ай һайын 1200 һум күләмендә стипендия түләнә башлай.
Автор: Миләүшә Сайтакова.

фото/Pixabay
Читайте нас: