Иҫке Васильевка ауылында йәшәгән һәм ауыр һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа башҡалар тураһында хәстәрлек күргән һоҡланғыс кеше тураһында һөйләргә теләйем. Ул - Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы Мөхәррәм Абдулла улы Муллағәлиев.
...Ауыл уртаһында ҡойо бар, ул бына 60 йыл инде халыҡты һыу менән тәьмин итә. Уға һыу Уйын тауынан килә. Һыу үткәреү эшен 1957 йылда ошо ауылда йәшәүсе Мөхәррәм Муллағәлиев (1921-1985) башлаған. Уны был ауылға урмансы итеп Хәнйәр ауылынан ебәрәләр, сөнки Мөхәррәм заманы өсөн уҡымышлы кеше була. Ул Аксен мәктәбендә ете синыф тамамлай. Бөйөк Вавтан һуғышы башланғанға тиклем 1939-1941 йылдарҙа Украинала хеҙмәт итә. Сержант званиеһында фронтҡа китә. Бер нисә тапҡыр яралана, Сталино, Мелитополь һәм Саратов ҡалаларында дауалана. Уны Свердловскиға танкислыҡҡа уҡырға ебәрәләр. Еңеүҙе ул үҙенең танкында Польшала ҡаршылай.
...Шулай итеп, тауҙар һәм шишмәләр уратып алһа ла, ауылда һыу булмай. Айырыуса ҡышын һыуһыҙ интегәләр. Ат менән һыу килтереү мөмкинлеге булмағандар ҡайһы ваҡыт хатта ҡарҙы иретәләр. Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ауыл Мөхәррәмгә үҙенең хозур тәбиғәте һәм эшһөйәр кешеләре менән бик оҡшай. Ул бында ҡалырға һәм ауылға шишмә һыуын үткәрергә ҡарар итә. Мөхәррәм шишмә таба, проект эшләй һәм ауылдаштарына мөрәжәғәт итә. Тауҙан төшкән һыуҙың торба буйлап артабан нисек ауылға күтәрелеүе күптәргә аңлашылмай. Ләкин бөтәһе лә иҫәпләнгән була инде. Ҡайһы берәүҙәр Мөхәррәмдең изге ниәтен хуплап, уға ярҙам итә. Бөтә сығымдарҙы: Приют ҡасабаһындағы нефтселәрҙән торба һатып алыуҙы, эшселәрҙе ашатыуҙы һәм башҡа мәшәҡәттәрҙе ул үҙ өҫтөнә ала. Бер нисә йыл дауамында яҙҙан көҙгә тиклем эшләйҙәр. Мөхәррәмдең ауырып китеүе һәм аҡса етмәүе сәбәпле, эштәр бер ни тиклем ваҡыт туҡталып та тора.
“Бер ваҡыт ул үҙенең һарыҡ тиреһенән тегелгән яңы толобын кейеп Приютҡа китте. Унан иҫке фуфайкала ҡайтып керҙе. Ни өсөн былай кейендең, тип һорағас, ул торбаға аҡса етмәгәнлектән толобомды һатып ебәрҙем, тип йылмайып яуап бирҙе. Ә һуңыраҡ эшселәргә хеҙмәт хаҡы түләү өсөн бөтә күркәләрҙе лә һатып ебәрҙе”, - тип һөйләй ине ҡатыны Рәйсә.
1963 йылдың көҙө. Бөтә ауылдаштар Мөхәррәмдең баҡсаһына йыйылды. Улар араһында был эште хупламаусылар ҙа бар ине, әммә барыһы ла нимә булырын ҡыҙыҡһынып күҙәтте. Бына һыу тауҙан торба буйлап аға башланы, тиҙҙән ул ауылға күтәрелерегә тейеш. Халыҡ, ергә ятып, торба буйлап һыу ағыуын тыңланы. Һәм бына оҙаҡ көтөлгән һыу күренде! Ауыл кешеләре шатланып “Ура!” ҡысҡырҙы, баш кейемдәрен һәм Мөхәррәмде күккә сөйҙө. Бына шулай ауылға саф шишмә һыуы килә башланы. Әле булһа халыҡ шунан файҙалана. Ә шул ваҡиғанан һуң ҡойоно “Мөхәррәм ҡойоһо” тип йөрөтә башланылар.
Һәм юҡҡа түгел. Ошо ҡойонан һәм башҡа сығанаҡтан алынған һыуҙы тикшереүгә лабораторияға ебәрәләр. Сығанаҡтан алынған һыуҙа кальцийҙың һәм татырлығының норманан юғары булыуы асыҡлана. Бөтә йорттарҙа ла ошо сығанаҡтан һыу булһа ла, ауыл халҡы бөгөнгө көнгә тиклем Мөхәррәм ҡойоһона йөрөүен дауам итә.
Гүзәл СИТДИҠОВА,
Мәндән мәктәбе уҡытыусыһы.