Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
26 Февраль 2020, 16:35

“Айыҡ ауыл” конкурсында кем еңеүсе булыр?

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы бинаһында "Айыҡ ауыл" конкурсының сираттағы этабы үтә.

Проект яҡлау өсөн райондарҙан еңеүсе ауылдар тап Өфөлә йыйылды. Уларҙы өс көн дауамында ойоштороу комитеты ағзалары, профилле министрлыҡтар һәм ведомстволар вәкилдәре баһалай.

Проект яҡлауға йәмғеһе 10 минут бирелә: 5 минут - видеояҙма ҡарарға, 5 минут - фекер алышырға.

Беҙҙең районда “Айыҡ ауыл” конкурсында еңеп сыҡҡан Ҡармыш ауыл биләмәһе кисә үҙ проекттарын яҡланы. Әлегә бөтә ҡатнашыусылар ҙа (47 ауыл биләмәһе) проекттарын яҡлап бөтмәгән. Һөҙөмтәләр көтәбеҙ!

Читайте нас: