Әлшәй хәбәрҙәре
+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
3 Февраль 2020, 14:55

Йондоҙнамә

Ҡомаҡ беҙгә нимәләр вәғәҙә итә?

Яңы йылдың беренсе айы үтеп тә китте, ә уның хужабикәһе Аҡ тимер ҡомаҡ күптән түгел генә – 25 ғинуар төнөндә үҙ хоҡуҡтарына инде. Ҡомаҡ 2021 йылдың 11 февраленә тиклем идара итәсәк. Көнсығыш йондоҙнамәһе буйынса ул беҙгә нимәләр вәғәҙә итә?
Ҡомаҡ (1924, 1936, 1948, 1960, 1972, 1984, 1996, 2008, 2020). Был билдә вәкилдәренә уңыш йылмаясак: йыл хужабикәһе “үҙенекеләрҙе” үпкәләтмәйәсәк, ауыр тормош хәлдәрендә ярҙам итәсәк. Ниндәй генә эшкә тотонһағыҙ ҙа, уйлап эш итегеҙ.
Үгеҙ (1925, 1937, 1949, 1961, 1973, 1985, 1997, 2009). Һеҙ бөтә көсөгөҙҙө карьера үҫешендә яңы үрҙәр яулауға йүнәлтәсәкһегеҙ. Әммә ауырлыҡтар ҙа осраясаҡ, ләкин һеҙҙең ныҡышмалы булыуығыҙ уларҙы еңеп сығырға ярҙам итәсәк. Ҡомаҡ тырыштарҙы ярата һәм йәй уртаһында уҡ һеҙ үҙ маҡсатығыҙға ирешәсәкһегеҙ.
Юлбарыҫ (1926, 1938, 1950, 1962, 1974, 1986, 1998, 2010). Үҙ көсөгөҙҙө тейешле өлкәгә йүнәлтегеҙ һәм шул ваҡытта уңыш һеҙҙең менән бергә барасаҡ. Романтик мөнәсәбәттәрҙә һалҡынлыҡ һәм битарафлыҡ булыуы мөмкин, әммә ҡыҙып китеүгә юл ҡуймағыҙ – икегеҙгә лә ваҡыт бирегеҙ һәм хәл яйға һалынасаҡ.
Ҡуян (1927, 1939, 1951, 1963, 1975, 1987, 1999, 2011). Һөнәри өлкә һеҙҙән ҙур ҡыйыулыҡ һәм ижади фантазия талап итәсәк. Үҙ тәжрибәгеҙҙе һәм белемегеҙҙе файҙаланығыҙ – һеҙҙе финанс сюрпризы көтәсәк. Шәхси тормошоғоҙҙа бөтәһе лә тотороҡло һәм тыныс буласаҡ.
Аждаһа (1928, 1940, 1952, 1964, 1976, 1988, 2000, 2012). Һеҙҙең түҙемлегегеҙ һәм булдыҡлылығығыҙ бөтә ауырылыҡтарҙы еңеп сығырға ярҙам итәсәк. Файҙаһыҙ аҡса түгеүҙән һаҡланығыҙ - Ҡомаҡ аҡсаны әрәм-шәрәм иткәнде яртамай. Шәхси мөнәсәбәттәрҙә икенсе яртығыҙ фекеренә йышыраҡ ҡолаҡ һалығыҙ һәм компромисс эҙләгеҙ.
Йылан (1929, 1941, 1953, 1965, 1977, 1989, 2001, 2013). Быйыл һеҙгә яңы мөнәсәбәттәр башлау һәм никахҡа инеү мөмкинлеге бар. Һөнәрегеҙҙе алмаштырыуығыҙ, яңы вазифаға тәғәйенләнеүегеҙ йәки күсеп китеүегеҙ ихтимал.
Ат (1930, 1942, 1954, 1966, 1978, 1990, 2002, 2014). Эшегеҙҙә һәм шәхси тормошоғоҙҙа тотороҡлолоҡ, үҙ-үҙегеҙ менән ҡәнәғәт булыу - быларҙың бөтәһе лә яңы үрҙәр яулау өсөн һеҙгә көс өҫтәйәсәк.
Кәзә (1931, 1943, 1955, 1967, 1979, 1991, 2003, 2015). Йыл һеҙгә элек бер нисек тә тормошҡа ашыра алмаған пландарығыҙҙы бойомға ашырыу мөмкинлеге бирәсәк. Ләкин иғтибарлы булығыҙ һәм кәрәкмәгәнгә аҡса туҙҙырмағыҙ.
Маймыл (1932, 1944, 1956, 1968, 1980, 1992, 2004, 2016). Йыл эшләү һәм күптәнге проблемаларығыҙҙы хәл итеү йәһәтенән емешле буласаҡ. Бөтә пландарығыҙҙы тормошҡа ашырыу хәлегеҙҙе алмаһын өсөн һаулығығыҙҙы нығытырға онотмағыҙ.
Әтәс (1933, 1945, 1957, 1969, 1981, 1993, 2005, 2017). Йыл тыныс һәм низағһыҙ буласаҡ. Йондоҙҙар ғаиләгеҙгә, көнкүрешегеҙгә, үҙ йортоғоҙҙо булдырыуға мөмкин тиклем күберәк иғтибар бүлегеҙ, тип кәңәш итә.
Эт (1934, 1946, 1958, 1970, 1982, 1994, 2006, 2018). Һеҙ элекке дуҫтарығыҙ менән ҡыҙыҡлы осрашыуҙарға, файҙалы танышыуҙарға һәм ғәҙәти булмаған мажараларға иҫәп тота алаһығыҙ. Ғаиләле Эттәр үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыр. Финанс йәһәтенән йыл һеҙгә алтын тауҙар вәғәҙә итмәй, әммә ул ярайһы ғына тотороҡло булыр.
Сусҡа (1935, 1947, 1959, 1971, 1983, 1995, 2007, 2019). Һеҙ үҙ маҡсаттарығыҙға ирешерһегеҙ, ләкин бының өсөн күп эшләргә кәрәк.
Тик һаулығығыҙға иғтибарлы булығыҙ, ҙур көсөргәнешлелеккә һәм стрестарға юл ҡуймағыҙ.
фото/Pixabay
Читайте нас: