Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
31 Ғинуар 2020, 16:40

Әлшәй районына - 85 йыл

Бөгөн, 31 ғинуарҙа, районыбыҙ ойошторолоуға һикһән биш йыл тулды.

Әлшәйем
Ғәзиз ерем минең Әлшәй ере
Гүзәлдәрҙән-гүзәл тыуған ер.
Ата-олатайҙар йәйләүҙәрҙә
Ҡымыҙ эсеп, ҡурай тартҡан ер.
Тәбиғәтең матур, иҫ китерлек
Бейек тауҙар, ҡалын урмандар.
Димең аға һинең бормаланып,
Ҡоштарың да моңло һайрайҙар.
Сусаҡ тауы тора күккә ашып,
Шишмәләрең моңло сылтырай.
Йәмле Туҡсорандың буйҙарында
Башҡорт көйө, моңо һис тынмай.
Әлшәйемдә тыуып үҫкәнгәме
Барыһы ла яҡын һәм таныш.
Тыуып-үҫкән ғәзиз еркәйемдән
Айырмаһын мине, эй, яҙмыш!
Раушания Усманова.
Сурай ауылы.
Читайте нас: