Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
30 Ғинуар 2020, 15:25

Табип ҡабул итеүенә бушлай яҙылыу

Раевка үҙәк район дауаханаһы табип ҡабул итеүенә бушлай яҙылыуҙың бөтә төрҙәре тураһында әлшәйҙәрҙең хәтеренә төшөрә:

*шәхсән поликлиника регистратураһына мөрәжәғәт итергә;
*8(34754) 2-20-62, 2-38-28 (өлкәндәр өсөн регистратура), 2-39-65 (балалар консультацияһы регистратураһы), 3-22-08 (стоматология бүлеге) ;
*мобиль телефондан (МТС, Мегафон, Билайн, Сотел, Теле2) – республика Һаулыҡ һаҡлау министрлығы контакт-үҙәгенең 1301 бушлай ҡыҫҡа номеры буйынса. Беҙҙең дауалау учреждениеһы коды – 540;
*поликлиникала инфомат аша;
*gosuslugi ru порталы аша.
Республиканың doctor.bashkortostan.ru берҙәм медицина порталында хеҙмәт алыу өсөн дәүләт хеҙмәттәре сайтында теркәлеү үтергә һәм Идентификация һәм аутентификация берҙәм үҙәгендә раҫланған иҫәп яҙмаһын булдырырға кәрәк. Бының өсөн паспорт менән күп функциялы үҙәккә мөрәжәғәт итегеҙ. Ашығыс медицина ярҙамын саҡырыу өсөн тел: 03, 8 (34754) 2-20-00, 112. Диспансерлаштырыу буйынса 8-927-353-5303 телефоны буйынса медицина профилактикаһы бүлегенә мөрәжәғәт итегеҙ.
фото/Pixabay
Читайте нас: