Әлшәй хәбәрҙәре
+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
28 Ғинуар 2020, 11:40

Балаҫ һуғыу оҫталары фестивален Мәскәүҙә лә юғары баһаланылар

“Рәсәй: этник комфорт” көнүҙәк милли-мәҙәни проекттарының Бөтә Рәсәй конкурсында республика халыҡ ижады үҙәге эшләнмәләре лә дипломға лайыҡ булды.

Рәсәйҙең 63 төбәге тәҡдим иткән 200 проекттан Башҡортостандың алты этник проекты жюриҙың юғары баһаһын алды. “Шәжәрә байрамы” тип аталған республика халыҡ байрамы һәм “Мәҙәниәт ирекмәндәре мәктәбе” мәғариф йәштәр этно-проекты I дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды. Традицион уҡ менән атыу буйынса “Мәргән уҡсы” халыҡ-ара фестивале, “Һылыуҡай” матурлыҡ конкурсы һәм иң тәүҙә беҙҙең Әлшәй районында ойошторолған һәм үткәрелгән “Быуаттарҙы быуаттарға бәйләп” башҡорт балаҫы республика фестиваль-конкурсы халыҡ йолаларын һәм ғөрөф-ғәҙәттәрен һаҡлаған һәм үҫтергән өсөн почетлы дипломдар менән билдәләнде. Шулай уҡ һөнәри ижади ҡаҙаныштары өсөн “Салауат йыйыны” республика фольклор байрамы проекты ла дипломға лайыҡ булды.

Конкурс Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Советтың халыҡтарҙың мәҙәни һәм тел күп төрлөлөгөн һаҡлау һәм үҫтереү мәсьәләләре буйынса милләт-ара мөнәсәбәттәр комиссияһы ярҙамы менән үткәрелде.

Читайте нас: