Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
24 Ғинуар 2020, 12:45

Снюстарҙан зыян ғына

20 ғинуарҙан Роспотребнадзорҙың тартмай торған никотинлы продукция буйынса бөтә Рәсәй “ҡыҙыу линия”һы старт алды.

20 ғинуарҙан Роспотребнадзорҙың тартмай торған никотинлы продукция буйынса бөтә Рәсәй “ҡыҙыу линия”һы старт алды.
Башҡортостан Республикаһы буйынса Роспотребнадзор идаралығы белгестәре һәм Гигиена һәм эпидемиология үҙәге эксперттары 3 февралгә тиклем тартмай торған никотинлы продукцияның тыйылыуы һәм уны ҡулланыу хәүефе тураһында граждандарға аңлатмалар бирәсәк.
Роспотребнадзор үткәргән тикшеренеүҙәр һөҙөмтәләре буйынса был продукцияла никотиндың тәмәке продукцияһы өсөн норматив менән сағыштырғанда 20-30 тапҡырға күберәк булыуы һәм уның бер юлы 20-30 тәмәке тартыуға тап килеүе асыҡланған.
Ҡыҙыҡһындырған һорауҙарығыҙҙы түбәндәге телефондар буйынса (шылтыратыу бушлай) эш көндәрендә бирергә мөмкин:
Роспотребнадзорҙың берҙәм консультация үҙәгенә: 8-800-555-49-43, 9 сәғәттән 12 сәғәткә тиклем һәм 13 сәғәттән 18 сәғәткәсә;
Роспотребнадзорҙың БР буйынса идаралығы белгестәренә: 8-800-700-90-30, 10 сәғәттән 16 сәғәткә тиклем, 12 сәғәттән 12 сәғәт 45 минутҡа тиклем – тәнәфес.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, республика Дәүләт Йыйылышы депутаттары яҡын көндәрҙә балиғ булмағандарға тартмай торған никотинлы продукция һатыуҙы тыйыу тураһында закон проектын тикшерәсәк.
“Башинформ”.
фото/Pixabay
Читайте нас: