Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
20 Ғинуар 2020, 18:05

Яҡшылыҡты тәүҙә күрәйек!

Аҡыл эйәһе уҡыусыларын йыйып алған да кескәй генә ҡара нөктә төшөрөлгән аҡ ҡағыҙҙы күрһәткән.

- Бында нимә күрәһегеҙ? – тип һораған.
- Ҡара нөктә!.. – тип ҡысҡырған уҡыусылары бер тауыштан.
Яуап аҡыл эйәһенә оҡшамаған.
- Һеҙ иң беренсе аҡ ҡағыҙҙы күрмәйһегеҙме ни? Ул бит нөктәгә ҡарағанда күпкә ҙурыраҡ! – тип аптыраған.
...Тормошта ла шулай. Йыш ҡына беҙ кешеләрҙә, тәү сиратта, ниндәйҙер насар нәмәне күрәбеҙ. Булмаһа, эҙләйбеҙ. Тапмаһаҡ, уйлап сығарабыҙ.
Фото: Яндекс
Читайте нас: