Әлшәй хәбәрҙәре
+1 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
14 Ғинуар 2020, 11:10

Үҙ тамырҙарыңды бел!

Хәҙер Башҡортостандың һәр кешеһе үҙенең шәжәрәһен “Башархив”та ҡарай ала.

Декабрь аҙағында Башҡортостан Республикаһы Милли музейы майҙанында “Башархив” проекты (http://basharchive.ru) – 2019 йылда ойошторолған республиканың тыуған яҡты өйрәнеүселәр йәмғиәтенең тәүге проекты менән таныштырыу үтте.

“Башархив” - уникаль проект, ул тарихта беренсе тапҡыр Башҡортостан халҡына Өфө губернаһының биш өйәҙе (хәҙерге Башҡортостандың күпселек райондары) буйынса 1917 йылғы ауыл хужалығы иҫәбен алыуҙың сканерланған хужалыҡ карточкаларын файҙаланыу мөмкинлеге аса. 1917 йылғы халыҡ һанын алыу архивтары илебеҙҙең биш төбәгендә генә һаҡланған. Проект ярҙамында асыҡ рәүештә 5740 уникаль документты ҡарарға мөмкин.

Проект ата-бабаларыбыҙҙың тарихын, уларҙың көндәлек тормошон белеү мөмкинлеге бирәсәк һәм ул генеалогик тикшеренеүҙәрҙе популярлаштырыуға йүнәлтелгән.

Һәр крәҫтиән ғаиләһенә иҫәпкә алыу барышында йорт (ихата) картаһы төҙөлә, унда барлыҡ мәғлүмәттәр ҙә иҫәп алыусыларҙың һорауҙарына яуап биргән кеше һүҙҙәренән яҙылған. Был мәғлүмәттәр совет осоронда халыҡ һанын алыу мәсьәләләрен сәйәсиләштереүгә тиклем йыйылыуы менән дә әһәмиәтле.

Карточкаларҙа хужалыҡтар һаны, ғаилә составы, мал һаны һәм төрҙәре, ер майҙаны һәм сәсеү майҙандары күләме, ер биләмәләре һәм ерҙән файҙаланыу күләме, ерҙе арендаға биреү һәм алыу, ауыл хужалығы инвентары, сәнәғәт һәм сауҙа бинаһы булыуы теркәлгән.

Туғандарығыҙҙың документтарын таба алмаған осраҡта, Башҡортостан Республикаһы Милли архивында XIX, XVIII һәм XVII быуаттарҙағы метрика китаптары буйынса документтар һаҡлана. Шуға күрә Башҡортостанда йәшәүсе һәр кем киләсәктә үҙ ғаиләһенең тарихын төҙөй йәки өйрәнә ала.

“Башархив” республика халҡына үҙ төбәгенең тарихын тәрәнерәк белергә һәм быуындар бәйләнешен нығытырға ярҙам итәсәк. Киләсәктә проектты артабан үҫтереп, тыуған яҡты өйрәнеү өсөн башҡа ҡыҙыҡлы тарихи документтарҙы индереү күҙ уңында тотола.

“Башинформ”.

Читайте нас: