Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
14 Ғинуар 2020, 13:15

Һөт кухняһында – тәбиғи ризыҡтар

Раевка ауылында уҙған йылдың декабренән һөт кухняһы эшләй башланы.

Аҙ тәьмин ителгән ғаиләләрҙән өс йәшкә тиклемге балалар һөт ризыҡтарын бушлай ала ала. 1 ғинуарҙан аҙ килемле категорияға ҡараған ауырлы ҡатындар, бала имеҙеүсе әсәләр ҙә махсуслаштырылған туҡланыу менән тәьмин ителәсәк.
Ҡоро махсус ҡатнашмалар, бутҡалар, шулай уҡ һөт продукттары менән республиканың “Һөт кухняһы” дәүләт автономиялы учреждениеһы тәьмин итә. Беҙҙең районға тәбиғи продукция Октябрьский ҡалаһының балалар туҡланыу кухняһы – һөт фабрикаһынан килә. Һөт ризыҡтарын аҙнаһына ике тапҡыр – шишәмбе һәм йома килтерәләр. Һөт, ҡатыҡ, эремсекте райондың 50 сабыйы - ҡатнаш йәки яһалма туҡланыуҙа булған 6 айлыҡтан алып 2 йәш тә 11 айлыҡ балалар ала.
Йома көндө дәүләт дарыуханаһы бинаһында, унда продукция таратыу нөктәһе урынлашҡан, кеше күп ине. Ата-әсәләр, өләсәй һәм олатайҙар балаларға билдәләнгән продукттарҙы килеп ала торҙо. Район үҙәгендә йәшәүсе Флорид Мырҙағәлиев тормош иптәше Регина менән өс бала трәбиәләй. Өлкәндәре Азалияға – 9 йәш, Тимурға – 5, ә төпсөктәре Данилға ике йәш тә тулмаған әле. Тап уға һөт продукцияһын алалар ҙа инде.
Дарыуханаға Гөлйөҙөм Миңлеғәли ҡыҙы Ғайсина ла инде. Ул да Раевкала йәшәй.
- Һөт, эремсек һәм ҡатыҡты бер йәшлек ейәнемә алам, - ти өс ейәне булған өләсәй. – Был ризыҡтар Әмиргә һәм уның апайҙары Диана менән Элинаға бик оҡшай, айырыуса эремсекте яратып ашайҙар.
Һәр льготасының исемле карточкаһы бар, уны продукт таратыу пунктында күрһәтеү мөһим. Яңы йылдан был категория граждандарға йәнә документ йыйып, һөт продукттарын бушлай алыуға ғариза яҙырға кәрәк. Элек төҙөлгән килешеүҙәр юридик көсөн юғалта. Ғаризалар шишәмбе һәм йома көндәрҙә Раевка ауылы, Ленин урамы, 116 (дәүләт дарыуханаһы) адресы буйынса ҡабул ителә.
Автор фотоһы.
Читайте нас: