Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
9 Ғинуар 2020, 11:30

2019 йылдың мөһим ваҡиғалары

“Әлшәй хәбәрҙәре” гәзитенә байҡау яһапСираттағы йылды оҙатып, беҙ баҫмабыҙҙың һәр һанында яҡтыртылған район тормошоноң иң сағыу ваҡиғаларын, төп ҡаҙаныштарҙы барлайбыҙ.

Йыл ваҡиғаһы
8 сентябрҙә район һайлаусылары бөтә республика менән бергә Башҡортостан Башлығын һайланы. Тауыш биреүҙә 26 меңгә яҡын әлшәйле ҡатнашты. Радий Хәбиров кандидатураһы өсөн һайлаусыларҙың 91 проценттан күберәге тауыш бирҙе. Ошо уҡ көндө районда урындағы үҙидараның вәкәләтле органдарына депутаттар һайланды. Һөҙөмтәләр буйынса ете ауыл Советында яңы башлыҡтар тәғәйенләнде.
Йыл фестивале
Районбыҙҙа һабантуй менән бергә сағыу ваҡиға – милли мәҙәниәттәрҙең “Берҙәмлек-Содружество” фестивале лә уҙҙы. Әлшәй еренә Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары халыҡ-ара советы президенты Филипп Боссан етәкселегендә Белоруссия, Ҡаҙағстан, Ҡырғыҙстан, Көньяҡ Корея, Македония, Чили, Шри-Ланка, Сенегал вәкилдәре килде.
Йыл инвестициялары
Ҡыҙыл ауыл биләмәһе территорияһында Волга буйы федераль округында сусҡа итен етештереүсе “Урал ит компанияһы” заманса сусҡасылыҡ комплексы төҙөй башланы. Ә "Башҡортостан бройлеры” ҡошсолоҡ комплексы төҙөлөштөң икенсе сиратын башланы. Ул файҙаланыуға индерелгәс, инкубацион йомортҡа етештереүҙе йылына 30 миллиондан 115 миллионға еткереү планлаштырыла.
Йыл презентацияһы
Муниципаль берәмектәрҙең республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арналған “Башҡортостан тарихы биттәре” марафоны сиктәрендә Башҡорт дәүләт филармонияһы сәхнәһендә беҙҙең райондың да ҡаҙаныштар презентацияһы үтте.
Йылдың ҡымыҙ оҫтаһы
Ыҫлаҡтан Әлфиә Ғәниева 14-се республика ҡымыҙ бешеүселәр конкурсында еңеүсе булды. Уға төп бүләк сифатында башҡорт тоҡомло айғыр тапшырылды. Ирле-ҡатынлы Әлфиә һәм Айрат Ғәниевтар хужалығында 70 ат иҫәпләнә, шуның 30-ы – һауын бейәләре.
Йыл юбилярҙары
Ауыл юбилейҙарын үткәреү кеүек матур традиция 2019 йылда ла дауам итте. Беренселәрҙән булып ауылдарының 90 йыллығын Ғәйнәямаҡ ауыл Советының Иршат халҡы үткәрҙе. Яңы Сәпәшкә – 115, Дим һәм Таштүбә ауылдарына – 95 йыл, Балҡанға – 90, Линда һәм Красный Клинға 85-әр йәш тулды. Әүрезтамаҡтың 160 йыллығын билдәләү ҙур байрамға әйләнде, уны ошо ауылда тыуып үҫкән популяр йырсы Әнүәр Нурғәлиев ойошторҙо.
Йыл ғибәҙәтханаһы
Мәндән ауылында мәсет асылды. Бөтә уңайлыҡтары булған иркен һәм яҡты мәсет “Нур” тип атала. Уның тәүге нигеҙ ташы 2015 йылдың майында һалынды. Бөтә төҙөлөш эштәре ауыл халҡы һәм Краснодарҙан алып Находкаға тиклем таралған яҡташтарының бағыусылыҡ ярҙамы менән алып барылды.
Йыл ғәмәле
Быйыл йәй Иҫке Сәпәш ауылынан Рәмзил Шәриповтың батырлығы тураһында бөтә республика белде. Июль айында малайҙар менән Димдә һыу ҡойонғанда ул батып барған ҡатынды ҡотҡара. Ҡыйыу егет “Кеше ғүмерен ҡотҡарған өсөн” һәм “Һыуға батыусыны ҡотҡарған өсөн” миҙалдарына лайыҡ булды.
Йыл спортсыһы
Быйыл Рәсәйҙең бронза призеры, ауыр атлетика буйынса спорт мастеры, оҙайлы тәнәфестән һуң спортҡа йәнә ҡайтҡан Ибрай ауылы батыры Рәмис Шафиҡов төрлө ярыштарҙа еңеү яуланы. Республика ауыр атлетика федерацияһы Әлшәй спортсыһын Башҡортостандың иң көслө атлеты тип иғлан итте.
Йыл гранты
Аксен агросәнәғәт колледжы 47 миллион һумлыҡ федераль грантҡа эйә булды. Был аҡсаға уҡыу йортонда “Агрономия”, “Сити-фермерлыҡ”, “Ауыл хужалығы биотехнологиялары”, “Ауыл хужалығы машиналарын эксплуатациялау” һәм “Ветеринария” компетенциялары буйынса уникаль ҡорамалдар менән йыһазландырылған биш оҫтахана асылды.
Йыл балы
Районда һаулыҡ торошо буйынса мөмкинлектәре сикләнгән балалар өсөн “Принцтар һәм принцессалар балы” байрамы уҙҙы. Бер нисә майҙансыҡта төрлө оҫталыҡ дәрестәре эшләне, Стәрлетамаҡ артистары “Урмандағы ваҡиға, йәки Әкиәт иленә сәйәхәт” музыкаль әкиәтен күрһәтте, йыйылыусыларға бик матур теләктәр әйтелде, бүләктәр бирелде. Байрамға республика Башлығының тормош иптәше Каринэ Хәбирова ла килде.
Йыл һылыуҡайы
Бына ике йыл рәттән иң матур башҡорт ҡыҙы исемен Әлшәй һылыуҙары яулай. Әгәр 2018 йылда “Һылыуҡай” республика конкурсы еңеүсеһе тип Өфө авиация техник университеты студенты, Себенле ҡыҙы Әлфинә Кашапова иғлан ителһә, 2019 йылда инде һылыуҡай тажын М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты хореография факультетының 19 йәшлек студенты, Ҡармыш сибәре Ләйлә Шәкүрова алды.
Читайте нас: