Һуғанды ваҡ ҡырғыстан үткәреп, һутын һығырға. Ҙур булмаған бер киҫәк балауыҙҙы иретеп, ике ҡалаҡ һуған һуты һәм бер ҡалаҡ бал ҡушырға. Яҡшы итеп бутап, йылы килеш биткә һөртөргә. 15 – 20 минуттан һуң мамыҡты һыулап йәки үлән төнәтмәһенә манып алып, битлекте һөртөп алырға. Бындай битлекте өс айға бер тапҡыр 10 – 12-шәр тапҡыр эшләргә. Тире майлы булғанда, битлеккә – йомортҡаның ағын, ҡоро булғанда һарыһын ҡушырға ярай. Битлек күҙҙе әсетмәһен өсөн уларҙы ромашка төнәтмәһенә йә ҡаты сәйгә манып алынған мамыҡ менән ҡапларға мөмкин.