Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
28 Ноябрь 2019, 16:35

Өр-яңы башҡорт йәнһүрәттәренең премьераһы уҙҙы

Өфөнөң «Родина» кинотеатрында яңы BALALAR проекты сиктәрендә кескәйҙәр өсөн башҡорт телендәге үҫтереүсе йәнһүрәттәр серияһынан беренсе йәнһүрәт күрһәтелде.

Уның темаһы — «Төҫтәр һәм йыл миҙгелдәре». Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, проект республика башлығы грантына ғәмәлгә ашырыла.

Премьера уңайынан кинотеатр холында Урал батыр һәм Айһылыу ҡатнашлығында мауыҡтырғыс уйындар, бейеүҙәр, шулай уҡ һабын ҡыуыҡтары шоуы, аквагрим менән балалар байрамы ойошторолдо. Һәр бала бүләккә йәнһүрәт геройҙары менән йәбештергестәр һәм шарҙар алды.

Кинотеатрҙың ҡыҙыл залы туп-тулы ине. Премьераға ата-әсәләр туғыҙ айҙан биш йәшкәсә балалары менән килгән. Йәнһүрәттәр тап ошо йәштәге балалар өсөн төшөрөлгән. BALALAR проекты кескәйҙәрҙе туған тел мөхитендә үҫтереүгә йүнәлтелгән.

Премьеранан һуң проекттың ижади төркөмө ҡатнашлығында сессия уҙҙы. Проект инициаторҙары һәм етәкселәре — Рузилә һәм Илдар Кинйәбулатовтар; проекттың pr-менеджеры Фатима Янбаева; йәнһүрәттең төп геройҙарын тауышландырған балалар: Бесәй — Азалия Ҡоләхмәтова, Төлкө — Йәмилә Хисаметдинова, Бүре — Искәндәр Мөхәмәтйәнов, Айыу — Илназар Әхмәтйәнов.

Ижади төркөмдөң башҡа ағзалары премьераны социаль селтәрҙәрҙең тура эфирында ҡараны: Гөлдәр Ишҡыуатова — йырҙар авторы, Марат Фәйзуллин Татурас — тауыш режиссеры, Эльвира Ғәлимуллина — рәссам, Сергей Дудин — аниматор, Раил Сәлимов — менеджер, Әлфир Илбаҡтин — башҡарыусы.

Проектты ойоштороусылар әйтеүенсә, биш үҫтереүсе йәнһүрәт, ике мобиль ҡушымта, үҫтереүсе онлайн һәм офлайн карточкалар, әлифба һәм балалар өсөн башҡа әсбаптар сығарыу күҙаллана. Уларҙың барыһы ла balalar.org порталында туплана.

Йәнһүрәттең премьераһы бөгөн YouTube платформаһында күрһәтелә. Тулыраҡ проекттың социаль селтәрҙәрендә: Instagram@balalar, VK@balalar.

Читайте нас: