Әлшәй хәбәрҙәре
+3 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
22 Ноябрь 2019, 12:07

24 ноябрь - Әсә көнө

Ҡәҙерле әсәйҙәребеҙ һәм өләсәйҙәребеҙ! Ысын күңелдән һеҙҙе матур байрам – Әсә көнө менән ҡотлайым!

Был көн һөйөклө әсәйҙәребеҙгә уларҙың сикһеҙ һөйөүе, хәстәрлеге һәм иғтибарлығы өсөн рәхмәт һүҙҙәрен еткереү мөмкинлеге ул. Герой-әсәләргә, күп балалы, шулай уҡ етем һәм ата-әсә ҡарауынан мәхрүм сабыйҙарға икенсе әсәй булған ҡатын-ҡыҙҙарға айырым рәхмәттәребеҙҙе белдерәбеҙ. Беҙ әсәлек бурысы менән бер рәттән тырыш хеҙмәт һалған һәм йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ менән хаҡлы рәүештә ғорурланабыҙ.

Һәммәгеҙгә лә ихлас рәхмәт, һөйөү һәм хөрмәт һүҙҙәрен еткерәм! Йөҙөгөҙҙән бер ваҡытта ла йылмайыу китмәһен, күҙҙәрегеҙҙә бәхет сатҡылары һүнмәһен! Барлыҡ әсәләргә ысын күңелдән ныҡлы һаулыҡ, бәхет, ғаилә именлеге, балаларығыҙҙың күңел йылыһын тойоп йәшәүегеҙҙе теләйем!

Әлшәй районы муниципаль район хакимиәте башлығы Дамир МОСТАФИН.
Читайте нас: