Әлшәй хәбәрҙәре
+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
14 Ноябрь 2019, 14:37

“Беҙҙең заман батырҙары. Башҡортостан ғорурлығы”

Рәсәй Президенты Владимир Путиндың Указы менән 2020 йыл “Хәтер һәм дан йылы” тип иғлан ителде.

Йәш гвардия ҡаһармандар тарихын мәңгеләштереү буйынса эште 2013 йылдан бирле алып бара. Ошо йәһәттән кескәй батырҙар тәбрикләнә, китаптар сығарыла, фильмдар төшөрөлә, һуңынан уларға наградалар тапшырыла.

Йәш гвардияның төбәк бүлексәһе тарафынан ойошторолған, Рәсәй Президенты фонды грантын отҡан “Беҙҙең заман батырҙары. Башҡортостан ғорурлығы” тип аталған киң күләмле проект 5 ноябрҙә старт алды.

Был сара барышында батырҙар тураһында видеоролик, баннерҙар рәүешендә социаль рекламалар эшләнәсәк, социаль селтәрҙәрҙә, киң мәғлүмәт сараларында арабыҙҙа йәшәгән ҡыйыу йөрәкле яҡташтарыбыҙ хаҡында мәғлүмәттәр донъя күрәсәк.

Шулай итеп, проектты бойомға ашырыу барышында ҡаһарман ватандаштарыбыҙҙың фотоһүрәттәре төшөрөлгән 100-ән ашыу баннер республиканың район һәм ҡалаларында ҡуйыласаҡ. Халыҡ үҙе лә батырҙарын тәҡдим итә ала. Уларҙы хәрби кешеләр араһынан ғына эҙләргә ярамай - ябай эшсе, спортта ҡаҙаныштарға өлгәшкән чемпион, ауыр минутта ярҙамға ташланған ябай кеше һ.б. була ала.

Ошондай замандаштарығыҙҙы белһәгеҙ, https://forms.gle/7fbbYzKQnjjZHXBu7 адресына инеп, улар хаҡында яҙып, анкета тултыра алаһығыҙ.

Читайте нас: