Әлшәй хәбәрҙәре
-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
31 Октябрь 2019, 14:28

Сәйәси золом ҡорбандарын иҫкә алабыҙ

"Был вәхшәтте тарих онотмаһын, Онотмаһын тыуыр быуындар..." (Р. Ғарипов)

Сталин осоронда беҙҙең республиканан да 50 меңдән ашыу кеше нахаҡҡа ғәйепләнеп, репрессияға эләккән. Советтар Союзында 1937-1938 йылдарҙа 1 миллион 700 мең кеше нахаҡҡа хөкөм ителә, уларҙың 725 меңе атып үлтерелә.

Башҡорт кинорежиссёры Булат Йосоповтың «Беренсе республика» тарихи фильмы нәҡ шул ҡанлы осорҙо һүрәтләй. Сценарийын Таңсулпан Бабичева менән Гөлсәсәк Саламатова «Башҡортостан» гәзитенең ул ваҡыттағы баш мөхәррире Ҡасим Аҙнабаевтың иҫтәлектәре буйынса яҙған. Халҡыбыҙҙың күренекле шәхестәре Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Дауыт Юлтый, Ғабдулла Амантай, Ғөбәй Дәүләтшин, һәҙиә Дәүләтшина, Зәйтүнә Бикбулатова, Вәлиулла Мортазин-Иманский, Мәкәрим Мәһәҙиев, Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы – буласаҡ балет йондоҙо Нинель Юлтыеваларҙың яҙмышы аша ул ауыр йылдарҙағы ваҡиғаларҙы нисек булған шул килеш күҙ алдына баҫтыраһың... Ә бит сәйәси репрессия ҡорбандарының әллә күпмеһен атҡандар, ҡалғандарын төрмәләргә япҡандар, һөргөнгә ебәргәндәр...

Читайте нас: