Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
17 Октябрь 2019, 13:46

Бөйөк шағир, яҙыусы, шәхес...

20 октябрҙә бөйөк башҡорт шағиры һәм яҙыусыһы, публицист, драматург, Башҡортостандың милли мәҙәниәте һәм ижтимағи-сәйәси тормошо эшмәкәре – Мостай Кәримдең тыуыуына 100 йыл тула

Республикабыҙҙың олуғ шәхесе Мостай Кәрим Башҡортостан тарихының ысын шаһитына әйләнде, ул коллективлаштырыу, Бөйөк Ватан һуғышы, СССР тарҡалыуын һәм илебеҙ өсөн башҡа мөһим осорҙарҙы кисерә. Һәр ваҡыт кешеләргә игелекле, ихлас мөнәсәбәттә була, ҡайғыла ла, шатлыҡта ла ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора. Башҡортостан халҡы өсөн Мостай – тыуған яғының ғорурлығы, изгелек һәм намыҫлылыҡ идеалы, әҙәбиәт, мәҙәниәт һәм сәнғәт донъяһында юл күрһәтеүсе йондоҙ, кешеләр йөрәген йылытыусы яҡты нур ул. Уның 100 шиғри һәм проза йыйынтығы, драма әҫәрҙәре – халҡыбыҙ өсөн иҫ киткес ҙур әҙәби мираҫ.

Яугир, шағир, хөрмәтле әҙип, оло йөрәкле ихлас кеше. Халҡыбыҙҙың, еребеҙҙең лайыҡлы улы, күп яҡлы талант эйәһе - ул башҡорт, рус һәм донъя әҙәбиәтендә яҡты эҙ ҡалдырып, тоташ бер дәүергә әйләнде.

Читайте нас в