Әлшәй хәбәрҙәре
-16 °С
Болотло
75 лет Победы
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
16 Октябрь 2019, 11:34

Бөгөн - Халыҡ-ара икмәк көнө

Беҙҙәге “Зарипов икмәге”нең, “райпо икмәге”нең тәмен әлшәйҙәр генә түгел республикала йәшәүселәр ҙә яҡшы белә.

Кеше үҙ ғүмерендә 7 тонна икмәк, 35 мең булка ашай икән. Шуға ла “Икмәкһеҙ табын йәмһеҙ”, “Икмәк - барыһына ла баш” кеүек әйтемдәр үҙенең мәғәнәһен бер ҡасан да юғалтмай. Әйткәндәй, өҫтәлебеҙҙәге төп ризыҡты әҙерләүселәр өсөн был дата - ял түгел, ғәҙәти эш көнө.

Беҙҙәге “Зарипов икмәге”нең, “райпо икмәге”нең тәмен әлшәйҙәр генә түгел республикала йәшәүселәр ҙә яҡшы белә. Ошо яҡтарға юлы төшкән һәр кем икмәк магазиндарына һуғылып, тәмле күмәс–ҡаластарҙы күстәнәскә алып китә.

ҠАРА ИКМӘК

Әсәй миңә ҡара икмәк сәйнәп,

Имеҙлеккә һалып биргән дә

Үҙе киткән ураҡ урырға.

Илағанмын, ләкин сыҙағанмын -

Икмәк менән була торорға.

Ҡара икмәк бәләкәйҙән таныш,

Беләм уның ҡиммәт икәнен.

Бер телеме өсөн кешеләрҙең

Таңға тиклем сират көткәнен.

Ҡара икмәк ҙур мәсьәла булған:

Йөҙ грамлап уны бүлгәндәр,

Ҡош телендәй шул грамдар өсөн

Һуғышҡандар, хатта үлгәндәр…

Шул саҡтарҙы онотабыҙ, буғай,

Әйтерһең дә, күктән төшкәнбеҙ.

Беребеҙ ҙә күктән төшмәгәнбеҙ,

Ҡара икмәк ашап үҫкәнбеҙ.

Ул ваҡыттар мәңге кире ҡайтмаҫ,

Беҙ ашайбыҙ хәҙер ҡаласын,

Тик ҡаластың тәмен белер өсөн

Онотмайыҡ уның ҡараһын.

Онотмайыҡ йәйге селләләрҙә

Ең һыҙғанып кемдәр иккәнен,

Онотмайыҡ бәрәкәтле ерҙең,

Ҡара ерҙең ҡара икмәген!

Әнғәм Атнабаев.