Йыл башынан республикала ВИЧ-инфекция менән зарарланған 1432 кеше асыҡланды, уларҙың 917-һе – ирҙәр һәм 515-е – ҡатын-ҡыҙ. Уҙған йылдың ошо уҡ осоро менән сағыштырғанда, ауырыусылар һанының 10,23 процентҡа артыуы күҙәтелә.
Районда ВИЧ-инфекция йоҡторған 190 кеше теркәлгән. Йыл башынан тағы ла 13 кеше – туғыҙ ир һәм дүрт ҡатын-ҡыҙ асыҡланған. Былтырға ҡарағанда, беҙҙә ауырыуҙар һанының кәмеүе күҙәтелә. ВИЧ-инфекция йөрөтөүселәрҙең 60 проценты вирусҡа ҡаршы терапия үтә, ул тормош сифатын яҡшырта, ҡанда вирус күләмен аҙайта.Тышҡы ҡиәфәт буйынса кешенең зарарланғанмы-юҡмы икәнен билдәләп булмай. Быны тик бер генә ысул – антителаға ҡан биреп кенә асыҡларға була. Ғәҙәттә ул ҡанда зарарланғандан һуң ай ярымдан өс айға тиклем (айырым осраҡта алты айға тиклем) барлыҡҡа килә, шуға ла хәүефле бәйләнештән һуң анализды өс-алты айҙан һуң бирергә кәрәк. Ошо ваҡытҡа тиклем, кеше ауырыуҙы эләктерһә лә, ул кире һөҙөмтә бирергә мөмкин. ВИЧ-инфекцияға анализды поликлиникала тапшырырға була.
Раевка үҙәк район дауаханаһы табип-инфекционисы.
фото/Яндекс