Флешмоб үҙәге — «Торатау» конгресс-холы янындағы амфитеатр («Ватан» этно-паркы). Гимнды Таһир Сәйфуллин исемендәге дәүләт академия хор капеллаһы, «Карауанһарай», «Премьер» төркөмдәре, Үҙәк хәрби округының Йыр һәм бейеү ансамбле һәм башҡа ҡатнашыусылар башҡара.
Акцияға республиканың барлыҡ ҡалалары һәм райондары халҡы, шулай уҡ Санкт-Петербургта Башҡортостан Республикаһы мәҙәниәте көндәрендә ҡатнашыусылар ҙа ҡушыла.
«Гимнды ике дәүләт — башҡорт һәм рус телдәрендә башҡарабыҙ. «Ватан» этно-паркындағы экранда гимндың тексы күрһәтелә. Бөтәһен дә флешмобҡа саҡырабыҙ», — тине Эльвира Айытҡолова.