Әлшәй хәбәрҙәре
+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
2 Октябрь 2019, 12:02

Ауыл биләмәләре башлыҡтары һайланды

25 сентябрҙә бөтә ауыл биләмәләрендә тәүге Совет ултырыштары уҙҙы, унда башлыҡтар һайланды.

Әбдрәшит ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Асфина Зилә Йәғәфәр ҡыҙы
1968 йылдың 17 декабрендә Стәрлетамаҡ ҡалаһында тыуған, 2010 йылда Башҡортостан дәүләт аграр университетын тамамлаған.
Аксен ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Сидоров Дмитрий Алексеевич
1962 йылдың 27 сентябрендә Әлшәй районының Ҡайраҡлы ауылында тыуған, 2000 йылда Силәбе Урал дәүләт физик культура академияһын тамамлаған.
Воздвиженка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Мәжитов Фәим Наил улы
1967 йылдың 8 июлендә Әлшәй районының Никифар ауылында тыуған, 1989 йылда Өфө индустриаль-педагогик техникумын тамамлаған.
Ғәйнәямаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Усманов Алик Илфат улы
1966 йылдың 20 октябрендә тыуған, 1989 йылда Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлаған.
Зеленый Клин ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Ғәйнуллин Тәбрис Ғәлимулла улы
1960 йылдың 14 майында Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуған, 1982 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Ибрай ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Еникеев Рәфис Рәшит улы
1968 йылдың 7 ғинуарында Әлшәй районының Ибрай ауылында тыуған, 2001 йылда Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлаған.
Ҡармыш ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Шәкүров Дауыт Урал улы
1969 йылдың 23 декабрендә Ҡармыш ауылында тыуған, 1993 йылда - Башҡортостан ауыл хужалығы институтын, 2005 йылда БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһын тамамлаған.
Казанка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Йомағужин Вил Фәнис улы
1966 йылдың 11 ноябрендә Әлшәй районының Фән ауылында тыуған, 1997 йылда Бәләбәй совхоз-техникумын тамамлаған.
Ҡыпсаҡ-Асҡар ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Йосопов Әлфәрит Сабирйән улы
1965 йылдың 11 ғинуарында Әлшәй районының Ҡыпсаҡ-Асҡар ауылында тыуған, 1990 йылда Башҡортостан ауыл хужалығы институтын тамамлаған.
Ҡыҙыл ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Искәндәров Рәмил Фәнис улы
1964 йылда Төньяҡ-Ҡаҙағстан өлкәһе Сергеевский районының Приишимский ауылында тыуған, 1989 йылда Йоматау ауыл хужалығы техникумын тамамлаған.
Мәндән ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Ситдиҡов Ридаль Раил улы
1987 йылдың 5 майында Әлшәй районының Мәндән ауылында тыуған, 2014 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған.
Ниғмәтулла ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Әхмәтов Шамил Минислам улы
1970 йылдың 8 июнендә Әлшәй районының Ниғмәтулла ауылында тыуған, 1997 йылда Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
Никифар ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Бикмурзин Илнур Мәрүәр улы
1969 йылдың 10 октябрендә Әлшәй районының Никифар ауылында тыуған, 1992 йылда Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
Түбән Әүрез ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Фәйрушин Рәмзил Рәшит улы
1964 йылдың 19 сентябрендә Әлшәй районының Үрге Әүрез ауылында тыуған, 2008 йылда БР Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара академияһын тамамлаған.
Раевка ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Тимасов Михаил Анатольевич
1960 йылдың 19 ноябрендә Әлшәй районының Раевка ҡасабаһында тыуған, 2002 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.
Ыҫлаҡ ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Мөхтәсимов Марс Мәжит улы
1972 йылдың 26 сентябрендә Әлшәй районының Ыҫлаҡ ауылында тыуған, 1994 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.
Ташлы ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Мурзин Айнур Фәрит улы
1986 йылдың 28 авгусында Әлшәй районының Ташлы ауылында тыуған, 2010 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.
Торонтайыш ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Гәрәев Азат Солтан улы
1965 йылдың 24 февралендә Әлшәй районының Торонтайыш ауылында тыуған, 1987 йылда – Башҡортостан ауыл хужалығы техникумын, 2000 йылда Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған.
Себенле ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Миңлеғәлиев Владик Рафиҡ улы
1963 йылдың 1 ғинуарында Әлшәй районының Тәүәтәй ауылында тыуған, 1986 йылда Аксен ауыл хужалығы техникумын тамамлаған.
Шафран ауыл Советы ауыл биләмәһе башлығы
Солтанов Руслан Рифғәт улы
1965 йылдың 8 сентябрендә Ҡарағалпаҡ Республикаһының Кунград ҡалаһында тыуған, 1992 йылда “Почет билдәһе” орденлы Силәбе дәүләт педагогия институтын тамамлаған.
Һүрәттә: ауыл биләмәләре башлыҡтарының элекке һәм яңы составы.
Читайте нас: