Әлшәй хәбәрҙәре
-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Быны белеү мөһим
30 Сентябрь 2019, 18:46

Кәбеҫтә менән һарымһаҡты нисек яҡшыраҡ һаҡларға?

Кәбеҫтә аҙыҡ-түлек пленкаһына төрөп ҡуйғанда яҡшыраҡ һаҡлана.

Һауа инмәҫлек итеп һәр береһен айырым-айырым 2-3 ҡат төрөргә һәм баҙға төшөрөргә кәрәк. Пленка кәбеҫтәгә мөмкин тиклем нығыраҡ йәбешеп торорға тейеш.



Ә һарымһаҡҡа килгәндә, ул ҡыш уртаһында уҡ кибә, серей башларға мөмкин. Быны булдырмау өсөн, киптерелгән һарымһаҡты эмаль кәстрүлдә бойҙай оно менән аралаштырып һаҡларға була. Һарымһаҡтар бер-береһенә тейеп тормаһын. Өҫтөнә лә күмелерлек итеп он һибергә кәрәк. Кәстрүлдең ҡапҡасын ҡаплап, аш-һыу бүлмәһенә ҡоро урынға ҡуйырға. Һарымһаҡ он эсендә яҙға тиклем боҙолмай һаҡлана.
Фото взята из бесплатного фотобанка.
Читайте нас: